Башҡорт китабы21.10.2014
Хәреф уйлау, нәшриәттәр эшләү —
Кешелектең иң ҙур табышы.
Шунан кеше юлы билдәләнгән,
Был донъяның алға барышы.

Тәүге утты тапҡан кеше һымаҡ,
Тапҡан кеше ерҙә китапты.
Кешелек бит ошо мәлдән башлап
Үтә алған барлыҡ этапты.

Китап менән кеше кеше булған
Мең быуатлыҡ оҙон юлында.
Тик китаплы халыҡ — ысын халыҡ,
Китап тотһа һәр кем ҡулында.

Аҡыллы һүҙ көтөп күпме заман,
Күпме кеше күҙен талдырған;
Уны тапһа, мәңге онотмаҫҡа
Ташҡа соҡоп яҙып ҡалдырған.

Алдарында ҙур һорауҙар торһа,
Кеше китап менән аҡлана.
Китаптан бит ҡай саҡ дәүләттәр ҙә
Уттан ҡурҡҡан һымаҡ һаҡлана.

Оло юлдан барған милләт уңа,
Юлға китап тотоп киткәндә.
Үҙ телендә сыҡҡан китап ҡына
Һәр милләтте милләт иткән дә.

Юлда маяҡ һымаҡ беҙҙең китап —
Арттырыусы донъя ҡоттарын.
Ул бит юлдан яҙҙырмайса килә,
Рухи ҡоллоҡтарҙан ҡотҡарып.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.



Башҡорт китабы95 йыллыҡ данлы тарихы булған беҙҙең нәшриәтте ҡайһы берҙә осоробоҙ йылъ­яҙмасыһы тип атайҙар. Хаҡ әйтеләлер: нәшриәт һәр ваҡыт илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған һәм әле лә ҡайнай. Шулар, йылъяҙмаға теркәлгәндәй, китап­тарҙа мәңгеләштерелгән һәм мәңге­ләштерелә.
Китап – баһалап бөтөргөһөҙ милли байлыҡ, милләттең телен йәшәтеүсе, уны һаҡлаусы изге ҡот ул. Халҡыбыҙ борон-борондан китапты ҡәҙерләгән, быуындан быуынға оло мираҫ итеп ҡалдырған. Республикабыҙ халҡының китапҡа булған ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндереүҙә нәшриәт төп ролде башҡара. Беҙҙә нәшерләнгән баҫмалар халыҡҡа юғары зауыҡлы рухи байлыҡ илтергә ынтыла, милләт-ара татыулыҡты данлай.

Илһам Йәндәүләтов,
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан
“Китап” нәшриәте директоры.


Вернуться назад