Беҙ Борайҙан бит әлеҠайҙа ғына йәшәһәң дә,
Иҫкәйеңдә тот әле:
Тамырыбыҙ бик тәрәндән –
Беҙ Борайҙан бит әле.
Үҙеңдән һуң көл ҡалмаһын,
Гөл үҫтереп кит әле.
Нәфислек сәс, гүзәллек ур –
Беҙ борайҙар бит әле.
Моңдарыңды йомарт өләш,
Гармун уйнап үт әле.
Йыр-бейеүҙә өҙҙөрәбеҙ –
Беҙ борайҙар бит әле.
Ғүмер ҡыҫҡа: һөй һәм һөйөл,
Ялҡыныңда өт әле.
Яндырабыҙ, көйҙөрәбеҙ –
Беҙ борайҙар бит әле.
Яҙмыш еленә бөгөлмә,
Күҙҙәреңде һөрт әле.
Ҡан булһа ла, төкөрмәбеҙ –
Беҙ борайҙар бит әле.
Ситтә лә килмешәк булма,
Башыңды ғорур тот әле.
Нәҫелеңә һүҙ тейҙермә –
Беҙ борайҙар бит әле.
Мин Борайҙан бит әле!
Борай, Танып
Танып бит ул,
Таныш бит ул,
Наҙлы бер ағыш бит ул.
Ярһыу ташҡын ағыҙалмаҫ
Татлы бер яҙмыш бит ул.
Борай бит ул,
Борай бит ул,
Туҡ башаҡ – бойҙай бит ул.
Икмәк һуҙған әсәң төҫлө
Изге юл юрай бит ул.
Бәхет ҡайҙа?
Янда ғына.
Юҡ,
ул түгел йыраҡта.
Борай, Танып тигән ерҙә –
Тыуып үҫкән тупраҡта.
Ер улынаБашҡортостандың атҡаҙанған агрономы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфит Заһит улы Нәжметдиновҡа.
Иген ҡыры батшаһы ул,
Шунда уның тәхете.
Туҡ башаҡтар сайҡалыуҙа
Бар илаһи бәхете.
Ергә берегеп үҫкән ул,
Тоташҡандыр кендеге.
Илгә хеҙмәттә күренә
Ир-егеттең кемлеге.
Бөркөттәр оя ташламай,
Тыуған ерҙә ояһы –
Был һүҙҙәр уның хаҡында,
Ул бит игенсе-аҡын да,
Данға күмеүсе икмәкте –
Табындарҙың ҡояшын.
Ҡояш нуры күҙендә,
Хикмәте бар һүҙендә.
Икмәге бар теҙендә –
Иманы бар йөҙөндә.
АуылымаКөнләшегеҙ, әйҙә, көнләшегеҙ
Минең ауылымдың байлығына.
Нефть диңгеҙендә ултыра ул,
“Ҡара алтын” аға яйлы ғына.
Нисә йылдар шулай аға бирә,
Келәтенең биге юҡтыр инде.
Халҡымдың күңеле киң шулай,
Йомартлыҡтың сиге юҡтыр инде.
Алтын һарайҙары ҡалҡыр саҡта
Йорттар ҡарындары ергә тейгән.
Йомарт та ул, бай ҙа, әммә үҙе
Кәкре ҡайынға шул терәтелгән.
Ҡайтам әлеАуылыма ҡайтам әле,
Мәтрүшкәләр йыяһым бар.
Балан, муйыл, бөрлөгәндән
Шифалы ҡаҡ ҡояһым бар.
Тәбиғәттә мин сабыймын –
Биләү наҙы тояһым бар.
Ауылыма ҡайтам әле
Ер еләге өҙөр өсөн.
“Ярата”, – тип аҡ сәскәнән
Өмөт-тиҫбе теҙер өсөн,
Татлы, әсе хәтирәләр
Ҡосағында йөҙөр өсөн.
Ауылыма ҡайтам әле
Сырхауҙарҙан арынырға.
Һуттар биргән, уттар биргән
Илһамына табынырға.
Тупрағына сәждә ҡылайым,
Сик-сама юҡ һағыныуға.