Ҡотошовтарҙың ҡотло юлы10.10.2014
Яңыраҡ Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайынан, йәғни Айбулат Ҡотошов сценарийы буйынса ҡуйылған «Мәңгелек һөйөү» тип аталған сағыу тамашанан сығып киләм. Минән алда китеп барған ханымдың Айбулат Миңлеғәле улына: «Ишембай халҡы ошондай үҙенсәлекле сараға күптән сарсағайны. Һеҙ быға тиклем ҡайҙа булдығыҙ?” – тип һорауҙар яуҙырыуы, «Ватандаш» журналында Ҡотошовтар ғаиләһенә арналған мәҡәләне тағы ла уҡып сығыу теләген тыуҙырҙы.
«…Әле яңыраҡ ҡына Ҡотошовтар Ишембайға күсенде. Йәштәр бында ла һынатмаҫ!» тигән юлдарҙы уҡығас, мәҡәләне яҙған һылыуҙың һүҙҙәре фәрештәләрҙең «Амин» тигән сағына тап килгәненә инандым.
Ишембай районының Ҡарайған ауылы егете Айбулат менән Миәкә һылыуы Миңзиләне Өфө сәнғәт институты таныштыра. Сибай дәүләт драма театры өсөн махсус әҙерләнгән сығарылыш актерҙары, мөхтәрәм профессор Ғабдулла Ғиләжевтең уҡыусылары, институтты тамамлап, Урал аръяғының милли-мәҙәни үҙәге булып торған Сибай ҡалаһына юллана. Күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ғүмер көҙө», Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө», Флорид Бүләковтың «Буйҙаҡтар», Наил Ғәйетбайҙың «Үкенесме, әллә һағышмы?», Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!», Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡәрҙәштәр» әҫәрендә һәм башҡа спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙыра Ҡотошовтар.
«Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән халыҡ әйтеменең раҫлығын улар ғаиләһе миҫалында асыҡ күрергә мөмкин. Күп йылдар Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарып, әле хаҡлы ялда булған атаһы Миңлеғәле Зәйнәғәле улы халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй Президентының грантына лайыҡ булған, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған әсәһе Хәлимә Хариж ҡыҙы иһә шиғырҙар яҙа.
Айбулат Миңлеғәле улы – ижад кешеһе. Уның күңелендә һәр саҡ шиғриәт, йыр-моң шишмәһе урғылып, ҡайнап тора. Ҡалала һәм районда үткән тиҫтәләгән мәҙәни сараларҙың сценарий авторы. Әле Ишембай ҡала һәм районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген етәкләгән егет үҙен талапсан, етди ҡарашлы, һәр эшен еренә еткереп башҡарған, мәҙәниәт өлкәһендәге проблемаларҙы яҡшы аңлаған белгес итеп күрһәтә. Айбулат эшләгән ҡыҫҡа ғына осорҙа ҡала һәм райондың мәҙәни тормошо үҫте, уның тырышлығы менән ҙур еңеүҙәр яуланды. Әйтәйек, «Рябинушка» урыҫ халыҡ вокаль ансамбле Финляндияның Хельсинки ҡалаһында «Арт-Европа» 2-се халыҡ-ара конкурсында, «Моңдаръя» башҡорт вокаль ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Тылсымлы феерия» халыҡ-ара ижади фестивалдә 1-се урынды яуланы.
Әлбиттә, Айбулат Ҡотошов яулаған уңыш нигеҙе – ғаилә ярҙамы, һөйөклө ҡатыны Миңзиләнең һәр яҡтан терәк булыуы. Ҡотошовтар дүрт бала тәрбиәләй. Оло ҡыҙҙары Айзилә Башҡорт дәүләт университетында белем ала, улдары Динислам Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатында уҡый, ә кескәй Аҡйондоҙ менән Айгүзәл ҡыҙҙары ата-әсә ҡанаты аҫтында. Айзилә Башҡорт дәүләт университетының КВН командаһында ҡатнаша, Динислам инде өс йәшенән үк спектаклдәрҙә уйнай.
Үҙ эшен белгән намыҫлы етәкселәр генә оло уңыштарға өлгәшә. Айбулат Миңлеғәле улы тап шундай шәхес.