Ҡоштар йәнә йән йылыһы эҙләй...Ҡанаттар – түмәрҙә.
Ҡанаттар өҫтөндә – балта.
Йәлләд, йә,
торма йәлләп:
тамашасы арыны,
яп шаршауҙы –
сап тиҙерәк.
Нимәгә хәҙер ымһыныу?
Нимәгә хәҙер пар ҡанат?
Күпме генә бейек осһаң да:
барыбер – ҡабат – ергә – ҡанһырап...
Йәлләд, йә,
торма йәлләп:
яп шаршауҙы –
сап тиҙерәк.
Тамашасыны өйөндә киске аш көтә.
* * *
Быйыл мин – өй ҡаҙы.
Быйыл көҙ осмайым.
Сөнки...
Бөтә хыялдар бушлыҡҡа илтә.
Бушлыҡҡа илтә...
* * *
Улыма
Һин аңларға мине тейеш түгелһең,
Яратырға ла...
Ә мин һине – тейешмен.
Йылдар үтер....
Беләм.
Тик, барыбер, ҡайһы саҡта
тыйып булмай бит һуң күҙ йәшен.
Һин тыңларға мине тейеш түгелһең,
Ишетергә лә...
Ә мин һине – тейешмен.
Тормош – хардкор...
Беләм.
Тик, барыбер, ҡайһы саҡта
тыйып булмай бит һуң күҙ йәшен.
Һин аҡларға мине тейеш түгелһең,
Ярлыҡарға ла...
Ә мин һине – тейешмен.
Беҙ бит – ирҙәр...
Беләм.
Тик, барыбер, ҡайһы саҡта
тыйғы килмәй бит һуң күҙ йәшен.
* * *
Я знаю: Ты здесь. Ты близко.
Тебя здесь нет. Ты — там.
А. Блок
Галатея,
илаһи тәнеңә
Афродита ҡасан өрөр йән?
Юғиһә,
һин терелеп өлгөргәнсә –
үҙем ташҡа әйләнәм.
Һин бит шундай йыраҡ инең,
ә хәҙер – алыҫыраҡ.
Һалҡын матурлығың һинең
ҡотоптан ҡырыҫыраҡ.
Ике кешелек ипле мәжлес:
үҙ-үҙем менән
артыҡ ҡарышмай ғына
яйлап ваҡыт үлтерәбеҙ,
күҙгә ҡарашмай ғына.
Намыҫты аша үткәнмен,
Гонаһҡаса – бер аҙым.
Тик...
Афродита,
туҡта,
зинһар, теймә!
Әйҙә,
Галатея таш көйө ҡалһын...
* * *
Хәйләкәр йәй
хистәргә сәсәтеп иҫтән яҙҙырҙы ла,
алтын сылбыр менән икебеҙҙе
бер көҙгә килтереп бәйләне...
Үрелеп үп ҡояшты, Эсмеральда,
тәүбәгә ҡайт,
әле һуң түгел.
Һуң түгел әле...
* * *
Ботаҡҡа саҡ йәбешеп торған
һары япраҡ
көҙҙөң күҙенә мөлдөрәп ҡарай:
әллә мәрхәмәт-шәфҡәт һорай,
әллә өнһөҙ генә ләғнәт шыбырлай.
Һинең ҡарашың.
Һәм...
Ҡоштар йылы яҡҡа йыйына.
* * *
Көҙ.
Болот менән
ер араһында
ҡыҫылып ҡалған ҡала.
Толҡаһыҙ күңел –
тотҡаһыҙ ишек –
асылмай бөгөн
бер яҡҡа ла.
Урам«А» нөктәһенән –
«Б»-ға
машиналар
күтәреп йөрөй
хужаларын.
Ә мин йәйәү
көҙҙө кисәм.
Кешем дә юҡ.
һәм юҡ
шул кешегә һалыр
ыҙаларым…
Туҡталышта
ташланған эт.
Ул да,
бисара,
минең кеүек,
көтә
бер йылы һүҙ.
Бер ым.
Ишара.
* * *
Йәнә ай тотолған...
Уйҙар буталған:
Был трагик тамашала
кемдең роле – минең даланға?..
Ҡиблаһынан яҙған Дәрүишме мин,
Әллә – бала холоҡло бер Диуана?
Бәлки, Зөбәржәттәй ғашиҡ йәндер,
Йәки Шәфәҡ һымаҡ яйлап һүнәмдер?..
Хәйер,
бөгөн барыһы ҡатмарлыраҡ –
ишетәһегеҙме, ана, саң ҡаға...
Бөгөн
үҙем – Тәңкәбикә,
үҙем үк – Аҡъйегет...
Һәм
үҙ-үҙемә хөкөм сығарып,
үҙ-үҙемде ҡыуам далаға...
* * *
Сентябрь.
Күк күкрәй,
һуңғыһылыр быйыл, моғайын.
Тап та юғалт,
юғалт та тап...
Ялҡытты ла бөтмәҫ был уйын.
Ҡоштар
йәнә йән йылыһы эҙләй,
ҡараштары алыҫ-алыҫта.
Минең инде
ҡуныр ботаҡ та юҡ,
онотолған осор тараф та.
Башланмайынса бөткән һуғыш,
ҡырҡ сыраға телгеләнгән түҙем,
һуң бит мин үҙем,
йә һағыш, йә яҙмыш тигәндә,
һайланым тәүгеһен.
Кемдер нимәлер юғалтҡан,
ожмахтан йәйәүләп ҡасҡанда,
киҫешмәй
ике параллель һыҙыҡ
бер яҫылыҡта
бер ҡасан да.
Хушығыҙ,
йәйге төҫлө төштәр.
Тормош тағы
аҡ һәм ҡара.
Көҙ,
балкон,
минор ямғыр,
үрһәләнә Фрэнк Синатра.