Башҡортостан халыҡтары тураһында белешмә08.10.2014
2003–2012 йылдарҙа эшләп килгән “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһының һуңғы этабы булып тулы йөкмәткеле энциклопедия донъя күрҙе.


“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәш­риә­те сы­ғар­ған яңы баҫмала рес­пуб­ликабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында мәғ­лүмәт туп­лан­ған. Сағыу фотоһүрәт­тәрҙә конкурс, йәр­мин­кә, милли бай­рамдарҙан күренештәр урын алһа, инеш өлөшөндә Башҡорт­ос­тандың физик-географик үҙен­сәлектәре, тәбиғи бай­лығы, райондар, административ-территориаль ҡо­ро­лошо, этник составы, телдәре, дине һәм милли сә­йәс­әте тура­һында бе­лешмә бирелә.
Яңы китаптың икенсе өлөшөндә уҡыу­сылар аҫаба халыҡ – башҡорттар һәм байтаҡ ҙур төркөмдәр булдырып, үҙ тарихтарына эйә булған урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш, удмурт, украин, белорустар хаҡында мәғлүмәт таба ала. Шулай уҡ үҙҙәренең милли-мәҙәни йәмәғәт үҙәктәрен, мәктәптәрен булдырған азербайжан, әрмән, вьетнам, тажик, үзбәк халыҡтары ла урап үтелмәгән. Энциклопедияла бирелгән 29 милләттең дә мәҙәни йәмәғәт ойошмалары булыуы мәғлүм.
Башҡортостан халыҡтары тарихын үҙләштереүгә тос өлөш индергән фән эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мөһим этнологик төшөн­сәләр яҡтыртылған китапта 2002, 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре таблица рәүешендә бирелгән.
“Башҡортостан халыҡтары” китабын эшләүҙә өс йыл эсендә алдынғы ғалимдар, белгестәр көс түгә. Энциклопедияның баш мөхәррире – филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова.
Әйткәндәй, 2014 йылдың 24-26 сентябрендә Ашхабад ҡалаһында IX Халыҡ-ара “Китап – хеҙмәттәшлек һәм прогресс юлы” күргәҙмә-йәр­минкәһендә “Башҡортостан халыҡтары” энциклопедияһы ғилми-популяр баҫмалар номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Нәшриәт II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Күргәҙмәлә АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Рәсәй, Төркиә, Ҡытай, Иран, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Румыния, Беларусь, Украина, Ҡаҙағстандан килгән китап нәшер­ләүселәрҙең ҡатнашыуы мәғлүм.




Вернуться назад