“Театр төнө” йәнде нурланы08.10.2014
“Театр төнө” йәнде  нурланы
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “Театр төнө”ндә бай тамаша күрһәтте. Иң башта балалар ижады үҙәгенең “Ҡолонсаҡ” театр коллективы “Буратино” әкиәтенең геройҙары булып мәҙәниәт һарайына йыйылған халыҡҡа мауыҡтырғыс тамаша ҡуйҙы.

Бәләкәйҙәр әкиәт иленең төрлө персонаждары менән фотоға төштө. Бында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп күңел асты. Ә инде төп залда ойошторолған Н. Ғә­йетбаевтың “Кем эшләмәй, шул ашамай” тигән тамашаһы халыҡтың кәйефен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Йәйге ялдан һуң кешеләрҙең сәнғәткә сарсағаны күренеп тора: залда алма төшөрлөк тә урын булманы.
Театр һөйөүселәргә был серле донъяға яҡынданыраҡ бағыу мөмкинлеге тейҙе. Сәхнәнең биҙәлеше, балалар ижады күргәҙмәһе, китапханасыларҙың әкиәт уҡыуы тиһеңме – барыһы ла күңелдәргә хуш килде.
Киләһе йылда ла халыҡтың “Театр төнө”н көтөп аласағына шик юҡ. Был ваҡиға районыбыҙ тормошон күркәмләндереп ебәрҙе һәм тормошобоҙҙа сағыу бер ваҡиға булып иҫтә ҡалды.




Вернуться назад