Мин таңдарға барам!08.10.2014
Мин таңдарға барам! ***
Мин төндәрҙән туйҙым. Ҡараңғыла
Күпме айҙар, йылдар үттеләр.
Төндәр мине ҡурҡаҡ яһанылар,
Төндәр мине һуҡыр иттеләр.

Мин төндәрҙән китәм! Йыраҡтарға
Алһыуланған офоҡ яғына.
Тау артында, тиҙҙән килер тиеп,
Мине көткән ҡояш янына.

Мин таңдарға барам! Һәм таңдарҙа
Мәңгелеккә теләйем ҡалырға.
Тау артынан, ана, хатта ҡояш
Сыҡҡан мине ҡаршы алырға...

Табында

Һеҙҙең бөгөнгө табында
Миңә һис түгел ҡыҙыҡ.
Беләм хәҙер табынсының
Ниҙер һөйләйһен ҡыҙып.

Беләм, шунан башҡалар ҙа
Баҫып нимәлер һөйләр.
Түрҙәге ағай, иҫереп,
Шул моңһоҙ көйөн көйләр.

Һулдағы ҡунаҡ, тотлоғоп,
Ҡабатлар минең тосты.
Күрше ҡатын, мут йылмайып,
Семетер минең ботто.

Ә табынсы, ҡунаҡ ҡыҫтап,
Үҙе иҫереп бөтөр.
Кемдер тәрилкәһен ватыр,
Кемдәрҙер йоҡлап китер.

Ҡаршылағы һүҙһеҙ ҡунаҡ
Иң һүҙсәнгә әйләнер.
Мин кемгәлер бәйләнермен,
Кемдер миңә бәйләнер...

Иртәгәһен баш ауыртыр,
Хәлһеҙ ҡулдар ҡалтырар.
Ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо
Һүнгән йөрәкте тырнар.

Кисәге әрләшкән күрше
Килеп һыра эсерер.
Мин уны ғәфү итермен,
Ул да мине кисерер...

Һеҙҙең бөгөнгө табында
Миңә һис түгел ҡыҙыҡ.
Ана, табынсы нимәлер
Һөйләй башланы ҡыҙып...

Маҡсат

Әйтерһең дә, кемдер тыумыштан уҡ
Һалып ҡуя кеше башына —
Барыбыҙҙа бер үк төрлө маҡсат:
Фатир, гараж, дача, машина.

Шул маҡсатҡа ирешәм тип, кеше
Эшләй, урлай, алдай, ашыға...
Бер саҡ үлә. Барыһы тороп ҡала:
Фатир. Гараж. Дача. Машина...

Тормош

Әҙәм балаһын был тормош
Төрлөсә ҡыландыра:
Бер йырлата, илата,
Туңдыра һәм яндыра.

Хәйерсе яһап мыҫҡыллай,
Йә байлыҡ биреп һынай.
Әсәйҙәр кеүек наҙлай ҙа
Үгәй атайҙай ҡыйнай.

Ҡанат ҡуйып осорта ла
Аяҡты салып йыға.
Ҡулын биреп торғоҙа ла
Башҡа килтереп һуға.

Төрлөһөн ауыҙ иттерә:
Йә ағыу бирә, йә — һый.
Шулай әҙәм балаһынан
Ул, ахыры, Кеше яһай...

Һаҙлыҡта

“А мне летать охота...”
Йәнһүрәттән.

Әллә яҙмыш, әллә инде
Тәүәккәллек аҙлыҡтан,
Менеп булманы күктәргә —
Сығалманым һаҙлыҡтан.

Сығарыусы ла булманы,
Өҫтөрәп яғаларҙан.
Дуҫ-иштәрем тора хәҙер
Серәкәй, баҡаларҙан.

Минең лайыҡ хисем түгел —
Осоуҙан шатлыҡ хисе.
Ашағаным да һаҙлыҡтан,
Еҫтәр ҙә — һаҙлыҡ еҫе.

Төнгө ҡала

Өфөнө һағынып.

Көндөҙгөнән арып серем итә
Ҡалаларҙың оло ҡалаһы.
Төнгө урамдарҙы урап йөрөнөк —
Ике ғашиҡ ауыл балаһы.

Бейек йорттар аша ай күҙ ҡыҫты,
Ҡулбаштарҙан ҡыҫты сирендәр.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, тәүге тапҡыр
Осраштылар беҙҙең ирендәр.

Асфальт менән түгел,
көмөш менән
Түшәлгәндәй ине ер өҫтө.
Йоҡомһорап торған афишаны
Уятырға теләп ел иҫте.

Моңһоу ғына яңғыҙ такси уҙҙы...
Оҙаҡламаҫ инде таң тыуыр.
Алда көткән ғүмер юлы кеүек
Серҙәребеҙ һеңгән тротуар...

Тимер юл
вокзалында


Мин тәүге лә һәм һуңғы ла түгел,
Был вокзалдан китә мең-меңдәр.
Мин бараһы юлдар — тимер юлдар.
Юлдар — сыҙам, юлдар —тимерҙәр.

Ҡулды болғап китер миҙгел еткәс,
Тулышыр ҙа ташыр күңелдәр:
Мин бараһы юлдар ғына тимер,
Күңелдәр бит... тимер түгелдәр.


Вернуться назад