“Прометей” ут өләшә07.10.2014
Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Благовар районының Үҙәк китапханаһы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы уның тормош һәм ижад юлына арналған күркәм сара үткәрҙе. Райондың төрлө төбәгенән йыйылған уҡытыусылар һәм китапханасылар менән осрашыуға шағирҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Риф Мифтахов, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков килде.


Ҡунаҡтар иң тәүҙә райондың үткәнен һәм бөгөнгөһөн күҙ алдына баҫтырған музейға сәйәхәт ҡылды. Уның директоры Светлана Ғәйнәтуллина был тө­бәктә табылған мамонттың һуғар теш­тәрен, ташҡа әйләнгән ағастарҙы, халҡыбыҙ­ҙың боронғо көнкүреш ҡорал­дарын күр­һәтте. Райондың ҡаҙаныш­тары, ошо ер­ҙә тыуған һуғыш һәм хеҙмәт ба­тыр­ҙары хаҡында мауыҡтыр­ғыс итеп һөй­лә­не. Ысынлап та, му­зейҙың күр­кәмле­генә, экспонаттарҙың күплеге­нә һоҡланмау мөмкин түгел. Ә дирек­торҙың ихлас, яғымлы тауышы бында һаҡланған һәр ҡомартҡыға йән өрөп ебәргәндәй.
Артабан шағирҙарҙы район китап­ханаһында йыйылған халыҡ алҡышлап ҡаршыланы. Улар, Мостай Кәрим ме­нән аралашҡан кеше булараҡ, фәһем­ле лә, мәрәкә лә хәлдәр хаҡында һөй­ләне, өр-яңы шиғырҙарын уҡыны һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Благоварҙа “Ҡәләмдәштәр” әҙәби түңәрәге эшләй икән. Кисәнән һуң Өфө ҡунаҡтары уның әүҙем ағзалары Өмө­камал Шәрәфетдинова, Сәриә Ғафа­рова, Рәхилә Биглова, Хәмит Бәширов, Рәсимә Исламова, Зөһрә Байғолдина, Нурлан Ғәниев менән осрашты. Әл­биттә, тәжрибәле шағирҙарҙың кәңәш­тәре уларға файҙа ғына буласаҡ. Ҡәләмде ихлас бирелгән кәңәш һәм тәнҡит кенә үткерләй.
Хушлашыр алдынан түңәрәк ағзаһы Өмөкамал апай әҙәбиәтебеҙҙең “Прометей”ы Мостай Кәримгә арнап яҙған шиғырын уҡыны.
Ижадыңда – дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ,
Күңелеңдә – сабый сафлығы.
Һин шағиры ғына түгел илдең,
Башҡортоңдоң рухи байлығы!




Вернуться назад