“ШӘҮРӘКӘЙ”ҘЕ МӘСКӘҮ ҠАРАЙ07.10.2014
“ШӘҮРӘКӘЙ”ҘЕ МӘСКӘҮ ҠАРАЙ
Театрҙың яңы ижад миҙгелен тамашасылар йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Был юлы яратҡан артистарыбыҙ беҙҙе нимә менән һөйөндөрөр икән? Ошо хаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов матбуғат конференцияһында ентекләп һөйләне.


– Был миҙгел беҙҙең өсөн бик иҫтә­лек­ле, – тип һүҙен башланы Рәсәйҙең ат­ҡа­ҙанған артисы, режиссер Олег Закир улы. – Быйыл театрыбыҙ 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шуға ла уның тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында телевизион фильм төшөрөргә, өс томлыҡ китап сы­ғарырға ниәтләйбеҙ. Октябрь айында иһә Мәскәүгә гастроль менән барасаҡбыҙ. Әлбиттә, былар барыһы ла ҙур сығым талап итә. Әгәр Башҡортостан Президенты грантын алмаһаҡ, бындай ҙур эште тормошҡа ашырып булмаҫ ине.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт академия драма театры иҫтәлекле ваҡиға уңайынан яңыраҡ Ырымбурҙа гастролдә йөрөп ҡайт­ты. Улар М. Горький исемендәге Ырым­бур өлкә рус драма театрының сәхнәһендә «Бәхет хаҡы» (Х. Мөҙәри­сова), «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» (З. Биишева), «Мин – ҡатын -ҡыҙ» (Т. Миңнуллин) спектаклдәре менән сығыш яһаны. Был сәфәр иһә «Күңел ынйылары – дуҫтарға» тигән театраль концерт менән тамамланды.
Олег Ханов белдереүенсә, башҡорт артистары 8 – 12 октябрҙә Мәскәүҙең “Сатирикон” театрында юбилей программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Илдең баш ҡалаһында йәшәгән тамашасыларға «Шәү­рәкәй» (М. Буранғолов, реж. А. Абушахманов) музыкаль комедияһы, «Аҡ пароход» (С. Айытматов, реж. О. Ханов) драмаһы, «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури, режиссеры – А. Абушахманов), «Эдип батша» (Софокл, режиссеры И. Саҡаев) спектаклдәре тәҡдим ителәсәк.
– Һәр милли театрҙың Мәскәүҙә сығыш яһау мөмкинлеге юҡ, – тине Олег Ханов. – “Сатирикон” театры менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлегебеҙ беҙҙең өсөн дә, улар өсөн дә отошло. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тигән­дәй, киләһе йыл уларҙың да беҙгә килеүе көтөлә.
Төп милли театрыбыҙ Рәсәй киңлек­тәре менән генә сикләнмәй. 25 – 31 ок­тябрҙә Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында уҙасаҡ Урта Азия республикаларының V Халыҡ-ара театр фестиваленә «Руди-Never off» спектакле менән барасаҡтар.
Театр һөйөүселәр өсөн йәнә бер яңылыҡ – 4 октябрҙә Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” трагедияһы ҡуйылды. Шу­лай уҡ «Әбейүшкә@тущка.ru» (Р. Кинйә­баев, режиссеры – И. Муллабаев) ко­ме­дияһын да тиҙҙән күрербеҙ. Бынан тыш, матбуғат конференцияһында таныл­ған сәхнә оҫталары Нурия Ирсаева, Алмас Әмиров һәм йәш актер Артур Ҡунаҡбаев ижади пландары менән уртаҡлашты.
Башҡорт дәүләт академия драма теат­рының юбилей тантанаһы иһә 19 декабрҙә була.


Вернуться назад