“Юлдаш”тың юлы уңды03.10.2014
“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы “Рәсәй патриоты-2014” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Киң мәғлүмәт сараларында ватансылыҡ тәрбиәһе темаһын яҡтыртҡан был конкурсҡа быйыл илебеҙҙең 69 төбәгенән 3000-дән ашыу эш ҡабул ителгән. Мәртәбәле сараны Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм ил Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хәрби тарихи-мәҙәни үҙәге ойоштора.


“Юлдаш” каналы конкурсҡа “Хәтер мәңгелек” эссе-иншалар циклын тәҡдим иткәйне. Баһалама ағзалары был тапшырыуҙарҙа Бөйөк Ватан һуғышы темаһының асылышын, музыкаль биҙәлештең юғары кимәлдә булыуын билдәләне һәм беҙҙең радио хеҙмәткәрҙәрен “Беҙ – рәсәйҙәр” номинацияһында еңеүсе тип иғлан итте. Милләт-ара татыулыҡты, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген, тарихтағы әһәмиәтле мәлдәрҙе сағылдырған бихисап эш араһында “Юлдаш” каналы тапшырыуҙары иң юғары баһа алды.
Конкурста республикабыҙҙың башҡа мәғлүмәт саралары ла ҡатнашҡан. “Учалинская газета”, “Калтасинская заря”, “Комсомольская правда в Башкортостане”, “Молодежная газета”, “Сельские нивы” гәзиттәре, “Радио России – Башкортостан”, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла, төрлө номинацияла билдәләнеп, призлы урындар яулаған.
Әйткәндәй, мәртәбәле конкурс быйыл 13-сө тапҡыр ойошторола. Быйыл еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 29 сентябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтте.



Вернуться назад