Клуб уттары балҡып торһон03.10.2014
Клуб уттары балҡып торһон
Һәр тарафта социаль объекттарҙы ҡышҡа әҙерләү бара. Был йәһәттән мәҙәниәт өлкәһендә хәлдәр нисек? Ошо һорау менән Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Фәнил Мәғәфүр улы КИНЙӘҒОЛОВҠА мөрәжәғәт иттек.


— Билдәле булыуынса, районыбыҙҙа күркәм мәҙәниәт һарайы, 14 мәҙәниәт йорто, 18 ауыл клубы һәм Борон ауылында мәҙәниәт һәм ял үҙәге эшләй. Мәҙәниәт һарайы үҙәк йылылыҡ системаһына тоташ­тырылһа, ҡалғандары йә газ, йә электр, йә утын яғып йылытыла. Утын яғып йылытылған клубтарҙың хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Мәҫәлән, Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йорто, Баҡраҡ, Байымбәт, Ҡолҡан ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре ҡыш өҙөклөктәр булмаһын өсөн утын әҙерләп ҡуйҙы ла инде.
Мәҙәниәт усаҡтарының һәр береһендә тиерлек косметик ремонт уҙғарылды, әле ҡайһыларында тамамланып килә. Бөтә мәҙәниәт усаҡтарының 70 проценты ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙер тип әйтергә була.
Буяу, йүнәтеү һәм башҡа эштәрҙе клуб хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән атҡара, ремонтҡа кәрәк-яраҡты үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға һатып ала. Билдәле булыуынса, ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары түләүле дискотека, кисәләр үткәрә, концерттар ҡуя, ҡайһы берәүҙәр биналарын ҡуртымға бирә.
Элек мәҙәниәт усаҡтары ауыл Советтары ҡарамағында булһа, хәҙер барыһы берләштерелеп үҙәкләштерелде һәм район хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлеге ҡарамағына күсерелде.
Табын ауылының мәҙәниәт йортонда йылылыҡ системаһы яңыртылды, ишек-тәҙрәләре замансаға алмаштырылды, биләмәһе профнастил менән уратып алынды. Был маҡсатҡа район хакимиәте ярҙамы менән 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Бурлы ауылында ла сәнғәт усағының ҡыйығы ябылды.
Быйыл Мәҙәниәт министр­лығы беҙгә планлы тикшереү ниәтендә килгәйне. Улар тарафынан райондағы ете клуб ҡышҡа әҙерлек, документ­тарҙың торошо йәһәтенән тикшереү үтте. Ҙур иҫкәрт­мәләр булманы, ә до­ку­мент­тарға бер аҙ төҙәтмәләр индерергә кәрәклеге әйтелде.
Ошо тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Мәҙәниәт министрлығы, Бурлы ауыл мәҙәниәт йортон иң яҡшы мәҙәниәт усағы тип билдәләп, 100 мең һумлыҡ грант менән бүләкләне. Был аҡса сәхнә биҙәүгә, шулай уҡ ремонтҡа тотоноласаҡ.
Яңғыҙҡайында мәҙәниәт йортона капиталь ремонт кәрәк, бының өсөн өс миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Тап ошо аҡса булма­ғанлыҡтан нисәмә йыл буйы был проблема хәл ителмәй ҡала килә. Үтәк мәҙәниәт йортон газ яғыулығына күсерергә уйлайбыҙ, әле проект-смета документтары әҙерләнә. Ә бына газ менән йылытылған Аҡкүл ауылы клубын экономия маҡсатында электр менән йылытыуға күсерәсәкбеҙ.
Тағы ла көнүҙәк проблемаларҙың береһе – мәҙәниәт йорттарының, клубтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, байытыу. Бер нисәһе өсөн Мәҙәниәт министрлығына хат менән мөрәжәғәт иттек. Федераль бюджеттан аҡса бүленә ҡалһа, беҙҙең мәҙә­ниәт бүлегенә лә өлөш сығарыуҙарына өмөт бар.
Ҡышҡы осорҙа файҙа килтермәгән бер нисә клубты ваҡытлыса ябып торорға мәжбүр буласаҡбыҙ, шуға ла ҡайһы бер сараларҙы мәктәптәрҙә үткәреү күҙ уңында тотола.
Ижади эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә, республика буйынса тәүгеләр иҫәбен­дәбеҙ. Мәҙәниәт йылында уңыштарыбыҙ ҙа бар. Һәләттәребеҙ Туймазыла үткән “Оҙон көй” һәм Сибайҙағы “Ирәндек моңдары” бәйгеләрендә гран-при яуланы. Хореографыбыҙ Илшат Хәби­буллиндың тәрбиәләнеүселәре “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсынан 1-се урын яулап ҡайтты. Салауат Юлаевтың 260 йыллығына арналған йыйында этнотөркөмдәр араһындағы бәйгелә Илһам Байбулдин 3-сө урынды алды.
Районыбыҙ ауылдарында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында һәм ярҙамы менән уҙғарылыуы һәр кемгә мәғлүм.
Һәр ҡайҙа барған ҡулайлаштырыуға килгәндә, ул беҙгә лә ҡағылмай үтмәне. Ике йыл эсендә утыҙға яҡын мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡыҫҡартылды. Башҡа райондарҙан айырмалы, беҙҙә район хакимиәте ярҙамы менән бер мәҙәниәт усағы ла ябылманы, хеҙмәткәрҙәр, ярты ставкаға ҡалдырылып булһа ла, һаҡлап алып ҡалынды.
Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы күтәрелеп тора, шуға ла һөҙөмтә күренергә тейеш. “Алма беш, ауыҙға төш” тип күктән көтөп ятыу заманы уҙған, мәҙәниәт усаҡтары быҫҡып түгел, ә дөрләп янһын өсөн аҡса эшләү юлдарын эҙләргә, табырға тейешбеҙ.

Индира ИШКИНА яҙып алды.





Вернуться назад