Төнөн театрҙа булдым тип бынан бер нисә йыл элек һөйләһәң, күптәр сәйерһенеп ҡуйыр ине. Хәҙер иһә был күренеш Өфө халҡы өсөн ят түгел. Башҡортостанда инде икенсе йыл рәттән “Театр төнө” тигән мәҙәни акция үткәрелә.
Халыҡты сәхнә тормошо менән яҡындан таныштырыу, юғары сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында ойошторолған сара быйыл “Төнгөлөккә әкиәт” девизы менән уҙғарылды. Шуға ла күпселек тамашалар һәр кемде бала саҡ иленә сәфәргә алып барҙы.
Мәҫәлән, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының алдында уҡ халыҡты күптәр яратып өлгөргән әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Улары бигерәк шуҡ икән! Кескәйҙәр менән рәхәтләнеп шаяралар, төрлө мауыҡтырғыс уйындар үткәрәләр, туңдырма менән һыйлайҙар... Ә инде театрҙа ойошторолған үҙенсәлекле фотокүргәҙмә һәммәһендә лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда тамашасыларға яратҡан артистарының бала саҡ фотоларын күреү насип булды. Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров яңғыҙы башҡарған “Әлифбанан бер себеш” спектакле лә халыҡты күпләп йыйҙы.
Был төндә Өфөнөң барлыҡ театрҙарында, майҙандарҙа төрлө тамашалар уҙғарылды, халыҡ сәхнә артындағы тормош, репетициялар барышы менән яҡындан таныша алды.
«Театр төнө» тигән күләмле акцияның даирәһе лә арта бара. Быйыл республика райондарындағы мәҙәни усаҡтарҙың да ҡушылыуы сараның мөһимлеген арттыра.