Киләсәккә ышаныс артты30.09.2014
Киләсәккә ышаныс артты
Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылының ыңғай һөҙөмтәләрен күреп торабыҙ. Был йәһәттән Хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө саралар ҡабул ителә, мәҙәниәт усаҡтары төҙөкләндерелә, сәнғәт кешеләрен дәртләндереү маҡсатында гранттар булдырылды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Мәҙәниәт йылындағы һәйбәт үҙгәрештәрҙе һәр кеше тойорға тейеш. Был йәһәттән төбәктәрҙә эштәр нисек бара икән? Бағлаған өмөттәр тормошҡа аштымы? Һүҙ – Балаҡатай районы хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса мәғлүмәти-методик бүлеге етәксеһе Гөлназ Әнүәр ҡыҙы КӘРИМОВАға.

– Йәшерен-батырын түгел, үҙгәртеп ҡороу осоронан алып илебеҙҙә рухиәткә иғтибар шаҡтай кәмене. Һөҙөмтәлә мә­ҙәниәт өлкәһендә проблемалар тауҙай өйөлдө. Хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең эш хаҡы түбән булыуы, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең һүлпән барыуы, мәҙәниәт усаҡтары­ның матди-техник базаһы ярлыланыуы берәүгә лә сер түгел. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа мәҙәниәткә иғтибар бермә-бер артты. Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжә­ғәт­на­мә­­һендә лә был өлкәгә айырыуса ҙур иғтибар бүле­неүе – шатлыҡлы күренеш. Ә инде 2014 йыл рес­пуб­лика­быҙҙа ла, Рәсәйҙә лә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Әйткәндәй, исемле йыл буш һүҙ генә булып ҡалманы, бер йыл эсендә генә лә байтаҡ ыңғай үҙгәреш булды.
Бөгөн районыбыҙҙа бер мәҙәниәт һарайы, 32 ауыл клубы, 21 китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Уларҙың эшмәкәрлегенә ярҙам итеү һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында 2016 йылға тиклем иҫәпләнгән “Балаҡатай районында мәҙәниәтте үҫтереү” тигән муниципаль программа төҙөлгән. Уға ярашлы, ошо өлкәгә район бюджетынан 90 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Төп саралар — мәҙәниәт эшмә­кәрҙәренең эш хаҡын күтәреү, клубтарҙың матди-техник базаһын байытыу. Шуныһы һөйөнөслө: күптән түгел район­дың дүрт мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үткәрелде, ә инде быйыл икеһендә төҙөкләндереү эштәре тамамлана. Китапханаларға килгәндә, уларҙың барыһы ла тиерлек компьютерҙар менән йыһазландырылған.
Мәҙәниәт учреждениеларын матди-техник йәһәттән яҡ­шыр­тыуға Рәсәйҙә һәм беҙҙең республикала ҡабул ителгән төрлө маҡсатлы программалар ярҙам итә. Шулай уҡ райо­ныбыҙҙа хакимиәт башлығының “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” өсөн гранты ойошторолдо. Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы яҡынса 50 процентҡа артып, 12 мең һум самаһына етте. Әлбиттә, пландар етерлек, башҡарылаһы эш тә бының менән генә сикләнмәй. Дәүләт тарафынан шундай ярҙам булғас, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙен ышаныслы тоя.


Вернуться назад