ХУШЛАШЫУОҙатып ҡалаһың мине
Йыраҡ юлға, оҙаҡҡа.
Йә, Хоҙайым, ҡайтҡанымды
Көтөп ҡалғанды һаҡла.
Кил, үбәйем әле һине
Ҡосаҡлап тағы ла бер.
Оҙаҡлап ҡайтмай йөрөһәм,
Һағынғанымды ла бел.
Ҡурҡырға кәрәгенән дә
Ҡурҡып тораһылар юҡ.
Билдәләнгән бит барыр юл –
Атларға кәрәк ҡыйыу.
Ере аяғымдан тарта,
Еле йолҡмаҡсы ерҙән,
Һине һағынып, йән атып,
Ҡайтырмын мин Себерҙән.
БЕҘБулманыҡ түгел, булдыҡ беҙ
Тойғо-хискә лә нескә.
Тороп ҡалманыҡ бит көскә
Һөйөүҙән — үкенескә.
Улайһа, әйләнер ине
Үкенесебеҙ үскә.
Ысын шағирҙар яҙмышы
Әлләме ерҙән күскән?
Улай ҙа һин рәхимлеһең,
Яңылыш ҡуйһам рәнйетеп,
Күрҙем йөҙөңдөң яҡтыһын,
Иртәгәһе көн етеп.
Һинең алда булды минең
Ҙурлығым, хурлығым да.
Көнсөлдәр йәшәп ҡараһын
Беҙҙең һымаҡ юғында.
ТАҢ ӘТӘСЕ ҠЫСҠЫРЫУЫДанияр улыма
Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк...
Тор ҙа таң менән иртүк,
Эшлә лә эшлә, тир түк.
Тир түкмәгәнгә ул бирмәй,
Тир түк, Хоҙайым, бир тип.
Бөтә нәмәң дә булыр,
Булыр донъяңда тәртип.
Бына, исмаһам, ир тип,
Килерҙәр, биреп тор, тип.
Ярҙам итерһең дуҫыңа,
Күршеңә, туғаныңа.
Йәрең һөйөнөп туя алмаҫ
Йомарт ир булғаныңа.
Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк...
Яҙ киләЯҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,
Һынып ята талсыбыҡ.
Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға,
Ҡышты ҡыумаҡсы булып.
Сыбыҡтан ҡурҡып китергә
Бармай шул ҡыш ашығып.
Ҡарғаға оя ҡорорға —
Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.
Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,
Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.
Хәҙер һыуҙар ташыр инде –
Тормаҫ улар тамсылап.
Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,
Тотоп алып талсыбыҡ.
Яҙ килә, яҙ! Яҙ килә, яҙ!
Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ.
ШАЙТАН ТАЯҒЫХаҡ һүҙ бал кеүек булмаҫ,
Ләкин ул ағыу түгел.
Таянып булмағанғалыр,
Исем ҡушҡандар һүгеп.
Булмай һиңә тотоноп,
Кәрәк саҡта таянып.
Әлеге лә баяғы —
Һин бит шайтан таяғы.
НИСӘМ БАР?
Берәү, икәү
Нисәм бар?
Атай-инәм иҫәндәр.
Өсәү, дүртәү
Нисәм бар?
Үҙе өсәүгә торорлоҡ
Минең хәтәр бисәм бар,
Өс ул тапҡан бисәм бар.
Өс таған таямы ни
Ел-дауылдар иҫкәндә.
Бишәү, алтау
Нисәм бар?
Өс улым да телен белеп,
Башҡорт булып үҫкәндәр.
Инәләре — бисәкәйем,
Һай, афарин, икән дә!