Ижадҡа арналған ғүмер26.09.2014
Ижадҡа арналған ғүмер
Сәйфи Ҡудаш Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.
1913 йылда шундағы мәҙрәсәне тамамлағас, белемен арттырыу маҡсатында ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тота. Үҙенең тәүге уҡытыусыларынан алған белеме менән ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡыралар. Ошо осорҙа ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын, йырҙарын, тарихын өйрәнә. Әҙәбиәттә үҙ көсөн тәүге тапҡыр һынап ҡарай. Ҡустанайҙа эшләгәндә Ғабдулла Туҡай тураһында тәүге шиғырын яҙа. Данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу теләге лә тормошҡа аша.


Үҙенең тормош юлы тура­һында шағир былай тип хә­терләй:
“1913 йылда тыуған ауы­лым­дағы мәҙрәсәне тамамлағас, бәхет эҙләп, белемемде арттырыу өсөн аҡса табыу маҡса­тын­да тәүге сәйәхәткә юлланырға ҡарар ҡылдым. Өй тулы бала-сағаһы булған әсәйемдән аҡса һорарға оялдым. Һораһам, әлбиттә, берәй малын һатып булһа ла бирер ине. Еребеҙ бәләкәй ине, атай иртә мәрхүм булды, мал да аҙ ине, ярлы­ларҙың балалары ғына күп бит... Мин ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тоттом. Ул саҡ­та бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа юҡ ине, дала ­буйлап йәйәү атлайым, осраған һәр нәмәгә – ҡояшҡа, үләнгә, мине алға этәр­гән елгә һәм бигерәк тә кеше­ләргә – ҡыуанам. Төндәрен ҡайҙа етһәм, шунда – ҡунал­ҡала, ауылдарҙа – үткәрәм.
Сәйәхәтселәрҙе кешеләр бо­рон-борондан ихтирам итә тор­ғайны, ҡунырға индерер, ҡайҙа һатып, ә күп осраҡта йәлләп ашарға ла бирер ине. Үҙебеҙ­ҙең Келәш мәктәбендәге уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белемем арҡаһында мине ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡырҙылар. Ул саҡтағы бәхетле көндәремде ғүмерҙә онотаһым юҡ. Ике генә йыл. Әммә улар миңә күп нәмә бирҙе. Мин ҡаҙаҡ телен, улар­ҙың фольклорын өйрәндем, күп йырҙар ишеттем, аҡындар күп тарих һөйләне. Был изге күңелле, эшһөйәр халыҡты яратып киттем. Мин унда әҙә­биәттә үҙ көсөмдө тәүге тапҡыр һынап ҡараным. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тура­һында ишеттем һәм Туҡай тура­һында тәүге шиғырымды яҙҙым. Минең бик тә данлыҡлы “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡығым килде, унда дини менән бер рәттән донъяуи белем дә би­рәләр ине бит. Һәм мин был бәхеткә ирештем, унда ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан менән дуҫлаштым. Ошонда мин тәүге тапҡыр Мәжит Ғафуриҙы, Сәғит Рәмиевте күрҙем. Өс йыл ва­ҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыттым.
1925 йылда Өфөгә күс­тем. Тәү­ҙә “Башҡортостан” редак­цияһында, һуңынан “Яңы ауыл”­да эшләнем. Ошо ваҡыт­та Мә­жит Ғафури менән яҡын­дан дуҫлашып киттем. Мәжит Ға­фури үпкә туберкулезы ме­нән сирле ине. Ул саҡта көслө да­рыуҙар булманы. Башҡорт Хө­күмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итте. Ғафу­риҙың теләге буйынса был яуап­лы эште миңә һәм Булат Ишемғоловҡа йөк­мәттеләр. Көн-төн ал-ял бел­мәй эшлә­нек, лә­кин беҙгә эште тамамларға бирмәне­ләр. Кем­деңдер ошаҡ­ла­уы арҡаһында мине “Етегән” тигән ниндәйҙер йәшерен ойош­мала ҡатна­шыу­ҙа ғәйеп­ләнеләр. Үҙемде тың­лар­ға ла теләмәнеләр, пар­­ти­я­нан сығар­ҙы­лар. “Октябрь” журналы мө­хәррире бу­лып эшләп йөрө­гәнем­дә эштән ҡыуҙы­лар. Ҡулға алыуҙан ҡур­салап, мине Ҡыйғы районына ебәрҙеләр”.
...Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы ра­йон гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Унда эшләгәнендә (1930 – 1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм шиғыр менән яҙылған “Ҡушҡайын” романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығы­тыу тураһында һөйләнелә.
Һуңынан шағир Өфөгә әй­лә­неп ҡайта. ВКП (б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡай­­та­­рыу­ҙарын һорап апелляция яҙа – 1927 йылда теләген үтәйҙәр. 30-сы йылдар урта­һы­нан Сәйфи Ҡудаш үҙен тулы­һынса әҙәби ижадҡа арнай. Башҡорт әҙәбиәте аҡһа­ҡалы­ның 80-дән ашыу китабы сы­ға. Улар күп телдәргә тәрже­мә ителгән.
1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа “Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры” исеме бирелә, ә 1985 йылда ул “Шиғырҙар һәм поэмалар” китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.


Вернуться назад