Бөйөк немец композиторы Георг Фридрих Генделдең “Александр” операһы Европаның күп илдәрендә ҙур уңыш ҡаҙаныуы хаҡында мәҙәни донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып барған кеше беләлер, моғайын. Күптән түгел был опера Мәскәүҙә ҡуйылып, классик музыка һөйөүселәр араһында шаңдау тыуҙырҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: операны сәхнәләштергән Макс Эмануэль Ценчич (Австрия), Хавьер Сабата менән Хуан Санчо (Испания), Юлия Лежнева, Василий Хорошев, Павел Кудинов кеүек исемдәре бөтә донъяға таралған йондоҙҙар араһында башҡорт ҡыҙы Дилара Иҙрисова ла бар. Ул операла төп ролдәрҙең береһе – принцесса Лизаура партияһын башҡарҙы. Armonia Atenea оркестрының дирижеры Георгий Петру “Культура” телеканалында барған әңгәмәлә: “Рәсәй йырсыларының сығышы хайран ҡалдырҙы. Минең өсөн бигерәк тә йәш йырсы Дилара Иҙрисова асыш булды. Киләсәктә уның донъя опера сәнғәтендә йондоҙ булып балҡырына шигем юҡ”, – тине.
Дилара – Өфө ҡыҙы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Миләүшә Мортазина класын тамамлаған. Былтыр Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға ингән.
Талантлы ҡыҙ республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яуланы. Рәсәй ҡалаларының ҙур сәхнәләрендә, ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан менән таныштырыу концертында ҡатнашты.
Бөгөн Дилара һылыу – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Йыр-моң тигән бөйөк батшалыҡта һәр саҡ алиһә булып ҡалырға яҙһын уға!