Татыу ғүмер итегеҙ!19.09.2014
Татыу ғүмер итегеҙ! – Әйҙә, эс, эс!
– Әсе-е-е!
– Татыулыҡта, тигеҙлектә ғүмер ите­геҙ!
Һай, елле булды уларҙың туйы! Би­герәк тә тантананы алып барған ха­ным­дың оҫталығына иҫ китте. Зилә Дамир ҡыҙы, тиҙәр ине үҙен. Уның моң­ло тауышы, яғымлы һүҙе һаман ҡолаҡта сыңлап тора кеүек. Хоҙай талантты бирһә, өйөп бирә бит ул. Ай-бай-баа-а-ай! Был тиклем дә телгә бөткән кеше булыр! Ут бөрсәһе кеүек. Берәүгә лә ойоп ҡына ултырырға форсат бирмәй. Ул йырланылар, ул бейенеләр, хатта ҡайһылары өҫтәлгә менеп дың­ҡыл­дығын сыҡты. Табынға ҡуйылған ялтырбаштар тыпылдашып ҡына торҙо. Хатта бер аҡбашты кеше һиҙмәгәндә генә ҡуйынға йәшереп алып та ҡайттым әле. Аҙаҡ күршене туй йыуасаһы тип һыйланым.
Имеш, был туйҙа беренсе тапҡыр бул­ған да шуны ҙур итеп һөйләй, тип ап­тырарһығыҙ. Юҡсы! Әллә нисә тапҡыр булғаным бар. Зөлфиә исемле балдыҙ­ҙың өс туйы булды, береһенән дә ҡал­маным. Хәҙер дүртенсегә йыйына ши­келле. Быныһына туй яһап тормаҫтар инде тиһәм, кейәү тигән кеше балдыҙҙан теүәл ун биш йәшкә кесе тиме. Тәүге тапҡыр ҡамыт кейеүе икән. Шуға ла ата-әсәһе:
– Туйһыҙ никакуй! – тип яман ҡаты тора, ти.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр туйҙан ап-айыҡ, хатта араҡыны еҫкәп тә ҡарамаған килеш ҡайттым. Ул бисәкәй ҡыуанып бөтә алмай! Был юлы туйҙа рәхәтләнеп күңел асып, кешенең нисек ҡыланғанын ҡарап ултырҙым, тигән була. Планды социалистик ярыштағы кеүек буйтым арттырып үтәгәс, теге аҙнала ғына ауыҙҙы “тектер­гәйнем”. Үҙемдең вули менән түгел инде, бисәкәй ай-вайыма ҡуймай апар­ҙы. Тәүҙәрәк, кит әле, башымды ҡатыр­ма, саҡ ҡына ла тәмләмәгәс, был туйҙың ни йәме, тип ҡулды һелтәп кенә ҡуйғай­ным да ул, ҡаты торҙо бит.
– Әле һин шулаймы! Әтеү минең ике аяғымдың береһен баҫаһым юҡ, – тип туҙынды ла китте. – Ҡунаҡҡа барып етер-етмәҫтән һыйыр кеүек эсәһең дә тәгәрәйһең. Шунан күҙеңде туҫтаҡ кеүек аҡайтып, табында сөскөрә, бышҡыра башлайһың, эспитәкел ҡуйырға, “урыҫ­са” һөйләшергә тотонаһың. Айыҡ сағың­да ауыҙыңдан һүҙ тартып алып булмай, ауыҙыңа саҡ ҡына эләкһә, еңеп алыр­лыҡ түгел. Кеше алдында оят! Башҡаларҙың ней юҫыҡ ҡына ирҙәре лә ялтыр кәстүм кейеп, гыластук тағып, әллә кем булып ҡуҡырайып ултыра. Эргәләрендәге бисә­ләре һуң! Фәрештә тиерһең! Балдыҙың­дың туйында һуң! Ҡоҙаларға ҡотлап һүҙ әйтергә ирек бирмәнең. Инде ауыҙ асыуҙары була: “Я это знаю, у вас ничего не получится”, – тиеп һикерәһең дә тораһың. Шул һүҙҙе ҡайҙан отҡан­һың­дыр. Хәстрүш! Бөтә кеше беҙгә ҡарай. Һиңә рәхәт тә ул, ояла белмәгәс, ә мин ер тишегенә инеп китерҙәй булып ултырам. Ана бит, ҡыҙара ла белмәйһең. Аҙаҡ, ана үләм, бына үләм, йөрәгем, тип бәлә һалып, ай буйы эшкә сыҡмайһың. Темеҫкенеп бармаған кешең ҡалмай. Күршеләр буйлап кемдән бер рюмка, кемдән икәүҙе теләнселәп йөрөйһөң. Икеһенең береһе – йә лишинйәгә бара­һың, йә туй тип ауыҙыңды ла асмайһың, – тигәс, башҡа әмәл ҡалманы. Әллә ниңә ҡунаҡҡа йөрөргә яратам шул. Ярай, эсмәһәм дә бер ерем дә кәмеп ҡалманы әле.
Эсмәһәң, ишщеү ҙә рәхәт икән ул! Хәҙер шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Туйҙың именлеге һағында ныҡ торҙом. Элек туйға барып, әҙәмдән алда ләх булып, иртән бисәкәйҙең эттән алып беткә һалып әрләүенә уянып китһәм, был юлы улай булманы. Өҫтәлдә аҙыҡ­тың ниндәйе генә юҡ! Өйҙә бит гелән генә төрләндереп ашап ултырып булмай. Ҡайһы ваҡыт ҡатҡан икмәк, ҡоро сәй менән генә әппәр итергә лә тура килә. Заманы шулай бит. Заводта ла ике көн эшләһәк, биш көн ял итәбеҙ. Әйбергә хаҡтар көн һайын тигәндәй үҫә. Апты­раған инде ул, бер эш хаҡын тегеләй ҙә былай нисек еткермәк кәрәк!
Был юлы рәхәтләнеп һыйландым. Өҫтәл һый-ниғмәттән һығылып тора ине, Хоҙайым. Алма төшөр урын юҡ. Ул емеш-еләк, ул манты, әллә ниндәй салаттар, ҡайһы берҙәрен тәүге тапҡыр күреүем. Ҡыҙҙырылған ит, туҡмаслы аш, бишбармаҡ, һурпа, ваҡ бәлеш, бауыр­һаҡ… Ашап ҡына өлгөр!
“Разведчик” булғас ни, туй бөткәнсе бөтәһен дә күреп-белеп, кемдең нимә тип әйткәнен ишетеп ултырҙым. Ә тамада Зилә Дамир ҡыҙы йәштәрҙең бәхете мөлдөрәмә тулы булһын өсөн харап шәп тырышты – һәр тост һайын “рюмкалағын бөтөргәнсе, бөтөргәнсе” тип туҡылдап ҡына торҙо. Ҡайһылары үҙҙәренең тамсы ла хәйләләшмәгәнен раҫлар өсөн алдындағыһын төп күтәреп ҡуйғас, рүмкәһен бармағына тығып күрһәтте. Ундайҙарға ханым бөтә халыҡ алдында “бишле” ҡуйҙы.
Минең йәнәшәләге бер ҡоҙа тәү күргәс тә таныш һымағыраҡ тойолғайны. Үҙен бер нисә тапҡыр телевизорҙан күрһәт­кәйнеләр. Шул ҡоҙа тәүҙә тәмләп кенә ултырған була ине, осло күҙле аяҡсы ни, шунда уҡ шәйләп ҡалды.
“Ялан ғына ере аҡ тирәк,
Япраҡтарын суҡламаҡ кәрәк.
Һәр ваҡытта булмаҫ бындай
туйҙар,
Бер килгәндә һыйланмаҡ кәрәк”, –
тип һамаҡлай-һамаҡлай бөтөргәнсе эсереп ҡуйҙы. Һуңынан маҡтап ҡуйырға ла онотманы.
– Шулайтмай ни әле. Ана, ҡалай шәп булды, йөҙөңә байҙар төҫө сығып китте. Һин кемдән кәм, ауыҙың ҡыйышмы?
Кәрәкле генә урында йәтеш кенә таҡмағын ҡыҫтырып ебәреүе бит әле! Аҙаҡ теге ҡоҙа, ҡыҙып китеп, минең алдағы рүмкәне лә тартып алып һемерә башламаһынмы! Бер саҡ “дөп” итеп өҫтәл аҫтына тәгәрәп китте. Үҙең айыҡ булһаң, кешене ҡарап ултырыуы харап ҡыҙыҡ икән.
Кем нимә тип әйтә, кем нимә бүләк итә? Кем нисек ҡылана? Барыһын да мейегә яҙҙырып ҡына ултырҙым. Ул кешенең күплеге, Хоҙайым! Әллә бөтә ауылды саҡырғандар инде. Шуға күрә барыһына ла ултырырға урын етмәүе һис тә ғәжәп түгел. Уның ҡарауы, бүләктәр мул ғына төштө шикелле. Нимә һалдылар тиһегеҙме? Ай, Алла, төпсө­нөргә тиһәң, һеҙҙе ҡуш инде. Бүләктәме ни эш. Иҫән-һау булһындар, бер-бере­һен аңлап йәшәһендәр, тиегеҙ. Ярай, әйтһәм әйтәйем инде, күңелегеҙҙе өйкәп тормаһын. Тыныс йоҡларһығыҙ, исма­һам. Һорашҡан-ҡыҙыҡһынғандарға ла шулай-шулай тип әйтерһегеҙ. Берәүҙәр “машина бүләк итәбеҙ” тигәс, кейәү менән килендең күҙҙәре бәзләп китте, башҡалар ҙа ах итте. Ни тиһәң дә, ул туғандары сереп байыған шикелле, Себерҙә эшләйҙәр тиме. Хәленән килер ҙә шул. Барыһы ла эстән генә “үәт, исмаһам, бүләк” тип уйлап та өлгөрмәне, уныһы уйынсыҡ машина булып сыҡты. “Ошондай уҡ машинаны үҙегеҙ алыр­һығыҙ”, – тинеләр. Кемеһелер конвертҡа һалып аҡса һондо, ауылдан килгәндәр мендәр һалды, икенселәре көҙгә һарыҡмы, кәзәме килеп алырға ҡушты. Ул-был фатир, ысын машина асҡысы тоттороусы булманы. Ярай, кеше-фәлән һораша ҡалһа, мин әйтте тип тормағыҙ тағы. Яманатлы итерһегеҙ. Ҡан-дошман булырмын. Ҡайҙа ишет­кәнһегеҙ, шунда тороп ҡалһын. Һөйләш­текме?!
Эй, туйҙы алып барған Зилә Да­мир ҡыҙы хаҡында һөйләй башла­ғайным да инде. Бу­лыр-булыр ҙа, был тиклем телгә бөткән кеше булмаҫ. Һуңынан белдем: атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре икән ул. Үҙе йырға ла, бейеүгә лә оҫта икән суҡынғыр.
“Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла
Бергә-бергә бүлегеҙ!
Был донъяла гөлдәр күркәм,
Өҙөлмәһен гөлөгөҙ!
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!” –
тигән шиғыр юлдарын әллә нисә тапҡыр ҡабатланы.
Ул төрлө уйындарҙы белеүе! Бер уйыны бигерәк тә иҫтә ҡалған. Бына бер саҡ:
Һай турғай, турғай, турғай,
Туғайҙа һайрай турғай.
Һаман шулай һайрай турғай
Һеҙгә һоҡлана буғай, –
тип һамаҡлай-һамаҡлай кейәү менән киленде зал уртаһына саҡырып сығарҙы. Унан былай тип һөйләй башланы:
– Һәр ғаиләнең бәхете, татыулығы бер-береңде аңлап, бер-береңә иркә һүҙҙәрен йәлләмәүҙә. Буласаҡ ир менән ҡатын киләсәктә бер-береһенә нисегерәк өндәшер икән? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ишетәйек әле.
Унан Зилә Дамир ҡыҙы бәхетле йәштәргә бер-береһенә нәзәкәтле һүҙ әйткән һайын уға ҡарай бер аҙым алға атларға ҡушты.
– Күгәрсенем!
– Аппағым!
Тик ни өсөндөр кейәүҙең яғымлы һүҙгә кеҫәһе таҡырыраҡ булып сыҡты. Зилә кеүек үҙ эшенең оҫталары туҡта­лып ҡалырға форсат бирә тиһеңме!
– Кейәү, китсәле, шул тиклем һаран булмасы. Йылы һүҙ һөйәкте иретә. Йә, йә!
– Йөрәк майым!
– Ҡарлуғасым!
– Йәнем!
– Берҙән-берем!
Уйын бөткәс, Зилә ханым йәнә һүҙ башланы.
– Ҡара әле, ниндәй матур һүҙҙәр бар. Бер-берегеҙгә һәр ваҡыт шулай тип кенә өндәшеп йәшәһәгеҙ, һеҙҙән дә бәхет­лерәк кеше булмаҫ. Һүҙ яралай, һүҙ дауалай. Өйөгөҙҙән шатлыҡлы ауаздар ғына яңғырап торһон. Һөйөшөп-ҡауы­шып ҡына йәшәгеҙ. Яғымлы һүҙ ғүмерҙе оҙонайта. Ғүмер бит ул усаҡ кеүек, икегеҙ бер булып, уға утын һалып тор­ғанда ғына йылына.
Берегеҙ ут булғанда, берегеҙ һыу булығыҙ. Донъя булғас, ҡалаҡ та шалтырамай тормаҫ. Күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ғәрәп илдәрендә нимә эшләп айырылышыу юҡ тиһегеҙ? Сөнки унда тәртип ҡаты ҡуйылған: ҡатыны бер ва­ҡытта ла иренә тауыш күтәрмәй.
Шунан кейәүгә лә теләктәрен ишет­терҙе:
– Кәләш алғанда күҙеңде асып ал, өйләнгәс, күҙеңде йом тигән боронғолар. Һуңынан һин былай, һин тегеләй тип ултырмағыҙ. Туғандарығыҙҙы тикшер­мәгеҙ… Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
…Бая Зөлфиә балдыҙымдың бына-бына туйы булырға тора тейеш тип әйтә биреберәк ҡуйғайным инде. Дөрөҫкә сыҡты бит. Туйҙан ҡайтып, бер сама тын алырға өлгөрмәнек, уныҡына йыйына башланыҡ. Ҡайным аҡтыҡ бейәһен һуйҙы. Араҡы тип ауыҙ шапылдап тормағас, минең почет хәтәр хәҙер. Кәңәш-төңәш һорап йүгерә лә киләләр.
– Еҙнәкәй, шулайтһаҡ нисек булыр икән?
– Киленде ҡайҙа йәшерәбеҙ?
– Мәһәренә күпмерәк һорайыҡ?
Кемде тамада итергә икән тип оҙаҡ ҡына әңгәмәләштек. Хәҙер арыу кеше­ләр боронғоса ҡыланмағандарын үҙегеҙ беләһегеҙ. Беҙҙең заманда ғына көрә­гәсе, аяҡсы, имеш. Берәүҙәре хаҡты ҡутарғансы һорай, икенселәре күптән эйәләнеп ҡуйған, өсөнсөләре тағы әллә ниндәй сәбәп таба. Шул саҡ ҡатыным:
– Әйҙәгеҙ, Зилә Дамир ҡыҙына әйтә­йек тә ҡуяйыҡ! Теге ваҡыт харап шәп алып барҙы, – тимәһенме!
– Шулай шул! Ни өсөн күптән башҡа килмәгән!
– Интернеттан телефонын ҡарайым әле!
– Ундай эште телефон аша ғына хәл итмәйҙәр.
Хәҙерге заманда теләгән кешеңде табыу ике тин бер аҡса ғына бит ул. Әллә ҡайҙан адресын да килтереп сығар­ҙылар. Ҡара әле, ул ханым беҙгә яҡын ғына йортта йәшәй икән. Әйтеүен-әйтербеҙ ҙә, ул беҙҙең кеүек әкәм-төкәмдәргә килергә риза булырмы? Би­герәк оҫта! Ул ҡаланың әллә ниндәй шөһрәтле кешеләренә генә йөрөй шикелле. Мине ебәрҙеләр.
– Кеше менән килештереп һөйләшә беләһең, һине тыңлар, – тинеләр.
Тәғәйен адресты “һә” тигәнсә таптым. Тик кәрәкле йорт янынан китеп барғанда, башыма әллә ниндәй сепрәк килтереп ҡапламаһын­дармы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Алып ҡараһам, ирҙәр салбары. Ул арала алдыма ғына йәнә күл­дәк килеп төшмә­һенме! Унан туфли һымағыраҡ нәмәкәй, артынан бер төйөн­сәк йәлбер-йолбор барып ятты. Атаҡ, нимә булды? Әллә әйберҙәр яуамы? Ундай хәлдәр ҙә була торған. Янғын сығып, әйберҙәрен тәҙрә аша ырғы­талармы? Әллә уғрылар баҫы­шамы? Шул саҡ ҡайһылыр тәҙрәнән сар ҙа сор килгән тауыш ап-асыҡ ишетелде:
– Бар-бар-бар-бар! Суйын бит! Күҙем­дән юғал. Бында эҙең булмаһын! Һин эшләп тапҡан кывартир түгел! Минеке! Һинең бында бер нәмәң дә юҡ.
Тимәк, кемделер ҡыуалар, әрләйҙәр. Тышҡа саф һауа һуларға сыҡҡан ке­шеләр ҙә тауыш килгән яҡҡа күҙ ҡара­шын йүнәлтте. Кемеһелер мыҫҡыл­лы йылмайып, ҡулын ғына һелтәне. Тауыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы:
– Йыбытҡы, иблис! Бар сығып кит, ялҡау, күҙемә күренәһе булма. Сәсрәп кенә китмәйһеңме шунда. Тамам тол­лан­дырҙың бит, ә! Бөгөндән сәнсе­леп кит­һәң дә, ых та итмәҫ инем. Кеше ирҙәре ана ике түгел, өс урында эшләй…
Юлымды дауам иттем. Ярай, донъя көт­кәс, ниндәй генә хәл булмаҫ. Тала­шырҙар ҙа, ярашырҙар ҙа. Кеше хәбәрен тыңлап тороу килешкән эш түгел. Бына Зилә Дамир ҡыҙы йәшәгән фатирҙы ла эҙләп таптым. Ишек төбөндә торам. Йөрәк дөп-дөп тибә. Шундай талантлы кешене борсоп йөрөү әллә нисек һымаҡ. Һаҡ ҡына ҡыңғырау төймәһенә баҫыуға шап итеп ишек асылып китте лә коридорға йәнә бер төйөнсәк барып төштө. Саҡ ялтанып ҡотолдом.
– Албаҫты! Һаман китмәнеңме? Тағы килдеңме? Әллә милиция саҡыртҡанды көтәһеңме? Асыуымды килтерһәң, КПЗ-ға бикләтәм бит, ә!
Ул арала ишектән сәстәре туҙған, йөҙө ҡорбанын йыртҡыслап ташларҙай булған, сикә тамырҙары бүртеп сыҡҡан Зилә Дамир ҡыҙы үҙе күренде…


Вернуться назад