Ғүмер тураһында уйланыу17.09.2014
Ғүмер тураһында  уйланыу
Йондоҙға йоҙроҡ төймәнем,
Айым моңһоу баҡҡанда.
Ерҙә алтын юҡ тимәнем,
Бары баҡыр тапҡанда.

Аҡылды ялған сәсәтте,
Һөйөү бысаҡ ҡаҙаны.
Бәйгелә булды еңгәнем,
Тик бәйелем аҙманы.

Бер намаҙға ике аҙан
Булды әйткән саҡтарым.
Булды төтөндән ҡасҡаным,
Ләкин утта янғаным.

Һыймаҫ ергә сөй ҡаҡҡылап,
Күпме ваҡыт уҙғарҙым.
Өндә ишәк дағаланым,
Төштә айғыр туғарҙым!

Ерем өсөн түккән тирем
Тоҙлораҡ күҙ йәшенән.
Мамыҡҡа ут йәшермәнем
Һәм үҙем дә йәшенмәм.

Янау-ялыу ҡурҡытманы,
Ғәм ҡаҡшатып йыҡманы.
Йыр-йыр, тиеп йәнем сыҡты,
Әммә даным сыҡманы.

Баш өҫтөндә бәлә торҙо,
Бәхетем таш ярғанда.
Киң донъянан ваз кисмәнем,
Йөрәккә ҡан һауғанда.

Аҙашмамын: тыуған төйәк,
Бишегем — киң ишегем.
Тәбиғәт һәм донъя нисек,
Мин дә шундай кешемен.

Бәхет тауы

Бәхет тауына менергә,
Емештәрен тирергә
Тормошонда, яҙмышында
Килгән кеше был ергә.

Һайлап алмаған төйәген,
Насип иткән яҙғаны.
Күпме бәндәгә тик хыял
Булған бәхет тауҙары.

Ә барыбер ошо хаҡта
Әҙәм көн-төн уйлаған.
Берәүҙәргә бәхет бары
Өҫтән тик ҡул болғаған.

Тик ынтылған әҙәм йәне
Бәхете түбәһенә.
Нисә быуын ятып ҡалған
Шул тауға менә-менә.

Йыҡҡан аслыҡ, яланғаслыҡ,
Яу-һуғыш ҡоралдары.
Уларҙан да күберәк булған
Мөхәббәт ҡорбандары.

Юҡ-юҡ, бәхеткә ауыр юл
Тик ҡорбандан тормаған.
Күтәрелеп, емештәрен
Татыусы аҙ булмаған.

Шул юлда һаман кешелек,
Шул уйҙа һаман әҙәм:
Ҡарайһы килә донъяға
Бәхетле түбәләрҙән.

... Ғүмер тауым! Һал алдыма
Юлдарың бороп-бороп.
Тик йөрәгемде туҡтатма
Бәхетем тапмай тороп.

Мөхәббәт

Күктәремә ҡояш сығарҙың да
Юғалдың һин ысыҡ һымаҡ.
Бер ҡараһаң, яндан тәгәрәйһең,
Гүйә, һин бер утлы йомғаҡ.
Ҡулдарымды һуҙам, тик
ҡайҙаһың?
Үҙең яҡын, үҙең йыраҡ.
Һин берәүгә ожмах, ҡай берәүгә,
Йөрәк итен телеп-турап,
Ташлар өсөн баш өҫтөнә
Күтәрелгән ҡылыс һымаҡ.
Йөрәк-йәндә тыуған мөхәббәтем,
Һин — ҡанатлы — юғарыраҡ:
Тау башында үҫкән гөлдәр төҫлө,
Ҡындан һурған ҡылыс һымаҡ...

Һинең ҡараш

Уйнамасы, һылыу, күңелемә
Күҙҙәреңдең атма уҡ-нурын.
Һаҡлана күр, беҙ бит һис белмәйбеҙ
Алдағы көн ниҙәр булырын.

Юҡ, юҡ, уйна, бәләләрҙән ҡурҡма,
Мөхәббәттең килһен көслөһө.
Минең йөрәк — ҡалтыранған
бер ҡош,
Һинең ҡараш — уҡтың ослоһо.


Вернуться назад