Әҫәрҙәрендә – киҫкен яҙмыштар16.09.2014
Әҫәрҙәрендә – киҫкен яҙмыштар
Ил уҙаманы йәшенә еткән, ижади илһам утында янып-ярһып йәшәгән әҙип юбилейын тиҫтәләгән китаптары, әҙәби журналдарҙа донъя күргән күп һанлы романдары, повес­тары, хикәйәләре менән, егәрле, емешле хеҙмәт юлы үтеп, лайыҡлы ҡаршылай. Айырыуса һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә ташҡа баҫылған киң эпик күләмле әҫәрҙәре уны ҡоласлы романист, бөгөнгө башҡорт прозаһының йөҙөн, төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләшеүсе яҙыусы итеп танытты.


Ринат Камалдың ҡайһы әҫәрен генә алып ҡарама, бәләкәй күләмлеме ул, ҙурмы – барыһында ла хикәйәләү үҙәге, һүрәтләүҙең төп предметы итеп кеше, уның яҙмышы, рухи донъяһы алыныуын ап-асыҡ күрергә була.
Быйыл донъя күргән «Кеше драмаһы» китабына «Беләҙекүл», «Шаңдау», «Талаҡ», «Дебет шәл», «Һөйкөмлө һөйәк» кеүек романдары тупланған. Китапҡа баш һүҙендә Ринат Камал утыҙ йыл дауамында ижад иткән әҫәрҙәрен бер системаға һалып ҡарап, уларҙың төп идея-тематик йөкмәткеһен, проб­лематикаһын билдәләй, ХХ быуат дауамында ил тарихындағы, йәмғиәт ҡоролошон­дағы мөһим сәйәси, ижтимағи-социаль ваҡиғалар фонында, дәүерҙәр алмашыныу процесында киң ҡатлам халыҡ араһынан һайлап алынған геройҙарҙың эске күңел донъяһын, рухи эҙләнеүҙәрен һүрәтләүҙе, шуның аша тос фәлсәфәүи дөйөмләш­те­реүҙәргә килеүҙе, үҙ заманының социаль типтарын тыуҙырыуҙы, замандаштарының рухи портретын һынландырыуҙы, психо­логия­һын асыуҙы үҙенең мөһим бурысы итеп ҡуйыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Яҙыусы сәйәсмән дә, тарихсы ла, философ та булырға тейеш, тигән фекерҙе уртаҡлашһа ла, Ринат Камал ижадсының, тәү сиратта һәм иң мөһиме, рәссам-психолог булырға тейешлегенә баҫым яһай, «кеше­ләрҙең ярһыу хыялдарын, хәтәр кисереш­тәрен, бән­дә яҙмыштарын, бөтөн пси­холо­гияһын» яҡтыртыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйы­уын әйтә. Тәрән психологизм менән һуғарыл­ған әҫәрҙәрендә әҙип кеше күңеленең яҡты яҡтарын да, ҡара ятыуҙарын да урап үтмәй, бер ниндәй шымартыуһыҙ-ялтыратыуһыҙ, нисек бар – шулай, тормошсан дөрөҫ­лөгөндә сағыл­дыра. Тиҫтәләгән повестары, «Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр» шәлкеменә ингән егерме романы, сентименталь һәм фантасмагория жанрына ҡараусы әҫәрҙәре – барыһы ла яҙыусының ошо төп маҡсаты тормошҡа ашыуын дәлилләй.
Ринат Камалдың күләмле әҫәрҙәренең береһе – “Таня-Таңһылыу” исемле сентименталь романы йәмәғәтселектә оло резонанс тыуҙырҙы, туған теленә, милли рухына, киләсәк яҙмышына битараф ҡалып барыусы халыҡты дәррәү уятып ебәрҙе. Был ро­мандың үҙәгенә телһеҙ башҡорт ҡыҙының драматик һәм финалда трагик яҙмышы ҡу­йылған. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әммә үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын белмәгән, күңеленә сабый саҡтан уҡ башҡорт рухы түгел, ә башҡа рух, моң һеңгән героиняның, тәү ҡарашҡа, шәхси фажиғәһе, лирик-психологик пландағы мәсьәләләр, ғәмәлдә, тотош башҡорт халҡының, социализм осоронда алып барылған дәүләт сәйәсәте арҡаһында, ассимиляцияға бирелеүе, башҡа күп һанлы ҡеүәтле милләттәр тарафынан йотолоуы, үҙ милли йөҙөн юғалта барыуынан ғибәрәт булған бик мөһим, киҫкен ижтимағи-сәйәси проблемаға барып тоташа.
Р. Камалдың егерме романды эсенә ал­ған “Ҡотлоярҙар-Бәхтейәрҙәр” шәлкемендә дүрт быуын ике нәҫел вәкилдәренең оҙайлы ваҡыт һуҙымындағы тормошо, эш-ҡылыҡ­тары, холоҡ-фиғелдәре, характерҙары асы­ла. Был бер нисә быуын нәҫелдәштәрҙә төрлө холоҡло, төрлө яҙмышлы кешеләр бар. Әммә уларҙың барыһын да йәшәүгә ынтылыш, фажиғәләрҙе еңеп, яҡты донъяла көн итеүҙең ҡәҙерен белеү тойғоһо, күңел төшөнкөлөгөн еңерлек рухи көс булыуы берләштерә. Әлеге мәҡәләлә ошо шәлкемгә ҡараған «Мединститут эше» романына бер аҙ ғына туҡталып үтке килә.
Р. Камалдың фантасмагория жанрына ҡа­раған «Иблис мөхәббәте», «Шаян берәҙәк», «Тәхейәт», «Кинәйә иле», «Шартлау», «Бағ­дад сәйәхәтсеһе ХХХI быуатта» повестары һәм роман, хикәйәттәре – фантастик, мифологик, мистик стиль төҫмөрҙәренән ойошҡан мажаралы йөкмәткеле әҫәрҙәр. Төрлө стил­дәр синтезынан хасил, ғәҙәти бул­маған ысынбарлыҡты сағылдырыу прин­ципта­рына нигеҙләнеп яҙылған был әҫәрҙәрҙә, тәү ҡарашҡа, ирреалистик тормош һүрәтләнһә лә, символика, ишара, кинәйә һәм урыны менән публицистика алымдары аша заман­дың актуаль ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрен ҡыйыу яҡтыртыу алғы планға сығыуы асыҡ күренә.
Ғөмүмән, Ринат Камал “Әҙәбиәт – кеше хаҡындағы фән” тигән хәҡиҡәтте туҡтауһыҙ эҙләнеүсе, хаҡлыҡ таптырыусы, ярһып-ялҡынланып йәшәүсе, күктәргә талпыныусы һәм сөңгөлдәргә ҡолаусы шәхес образын бөтә әҫәрҙәренең дә үҙәгенә ҡуйыу аша һәр даим раҫлай торған, тарихи үткәнде һәм бөгөнгөнө үҙенсә генә сағылдырыуы менән уҡыусыларҙы ылыҡтырған һәм йыш ҡына ҡәләмдәштәре, тәнҡитселәр араһында бәхәс тоҡандырған, башҡалар тотонорға йөрьәт итмәгән темаларға ҡыйыу мөрәжәғәт иткән (мәҫәлән, «Мединститут эше» романы) яҙыусы булыуы менән дә ҡиммәтле һәм һим­мәтле. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә яңы йүнәлештәр, “эксперименталь” проза өлгө­ләре, модернизм, сентиментализм, экзи­стен­циализм, психологизм, утопия, ан­ти­утопия һ.б. тураһында һүҙ сыҡҡанда, был әҙиптең исемен телгә алмау, уның был йүнә­лештәрҙә барған эҙләнеүҙәрҙең үҙәгендә тороуын танымау мөмкин түгел.

Гөлфирә Гәрәева,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры.


Вернуться назад