“Донъяны йәмләп йәшәйек!”13.09.2014
“Донъяны  йәмләп йәшәйек!”
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” республика марафоны билдәһе — Мәҙәниәт йылы эмблемаһы һүрәтләнгән штандарт — байтаҡ ҡала һәм районда булып, Дәүләкән еренә лә килеп етте. Яңы хужалары уны Әлшәй районы делегацияһынан ҡабул итеп алды.


Был сараға оло әһәмиәт биреп, матур әҙерләнгән дәүләкәндәр, ут күршеләре алдында һыр биргеләре килмәгән. Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй, көнө лә һынатманы бит әле! Ҡояш майҙанға йыйылған халыҡтың нәҡ баш өҫтөндә генә торҙо кеүек — сағыу нурҙарын һибеп, байрам кәйефен арттырҙы ғына.
Хужалар марафон билдәһе – штандарттың үҙҙәренә көҙ миҙгелендә килеп етеүенән дә оҫта файҙаланған. Райондың 16 ауыл Советы биләмәһендә бер ғаиләләй татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре йәшелсә-емештән әҙерләгән милли аш-һыуы, тәмле-татлы ризыҡтары менән ҡунаҡтарҙы хайран итте. Хәйер, көҙгө мозаика менән муллыҡ өҫтәлдәрҙә генә түгел, башҡорт, урыҫ, татар, украин һәм сыуаш телдәрендә яңғыратҡан йыр-моңдарында ла асыҡ сағылды.
“Донъяны  йәмләп йәшәйек!”Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин штандартты ут күр­шеләренә ҙур ихласлыҡ менән тапшырҙы. Дәүләкәндәрҙе “ут күршеләр” тип атау өсөн ерлек етерлек икән. Дамир Радик улы әйтеүенсә, ике районды тығыҙ бәй­ләгән һәм берләштергән нәмәләр ифрат күп. Мәҫәлән, биләмәләре аша һуҙылған Дим йылғаһы ла — уртаҡ хазина, тимер юл да ике район аша үтә, төрлө милләт кешеләре бер-береһе менән аралашып, татыулыҡта көн итә.
– Мәҙәнилек сәнғәт өлкәһендә генә түгел, ә һәр эшебеҙҙә, үҙебеҙҙе тотошо­боҙҙа һәм күңел байлығында ла сағы­лырға тейеш, — тип ошо күркәм сифаттың йәшәйешебеҙҙә мөһимлеген билдәләне Дамир Мостафин.
Мәҙәниәт йылының штандартын ҡабул итеп алып, күрше район хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов Дәүләкән төбәген Башҡортос­тандың мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан итте. Хәҙер бер аҙна дауамында ҡалала һәм ауылдарҙа мәҙәни тормош гөрләйәсәк. Үҙеш­мәкәрҙәрҙең ижади фестивале, “Донъя — йәштәр күҙлегенән” төбәк конференцияһы, Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуы­уы­на 85 йыл тулыуға ар­налған кисә һәм баш­ҡа саралар үтәсәк.
“Донъяны  йәмләп йәшәйек!”Дәүләкән ере, ысын­лап та, талант­тарға бай. Быға ошо тантанала ҡатнашҡан һәр кем ышан­ды. “Донъяны йәмләп йә­шә­йек!” тип саҡырып торған сәхнә тү­ренә һәүәҫкәр артистар, үҙешмәкәр коллективтар, йырсы һәм ҡурайсылар бер-бер артлы күтәрелеп, май­ҙандағы халыҡты йыр-моңға күмде. Әйткәндәй, районда үҙешмәкәр коллективтарҙың туғыҙы “ха­лыҡ” исемен лайыҡлы йөрөтһә, алтауһы өлгөлө коллектив булып танылған.
Талант эйәләре майҙанда ла байтаҡ булып сыҡты. Ҡул эштәре күргәҙмәһе шуны тағы бер тапҡыр раҫланы. Мәҫәлән, Роман Роглив ҡурай яһауға маһир икән. Клара Хәмиҙуллина менән Рәүиҙә Фәйе­зованың мәрйендәрҙе теҙеп хасил иткән ҡашмау, түшелдерек, сәскәләре күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. 80 йәшлек Нажиә Әхмәтвәлиева балаҫ һуғыу серҙәрен асты.
“Донъяны  йәмләп йәшәйек!”Сарала төбәктә үҫмерҙәрҙең, кескәй­ҙәр­ҙең талантын асыуға һәм үҫтереүгә лә иғтибар артҡанына ышандыҡ. “Көҙ мозаи­каһы” исеме аҫтында үткән тамашала ла һәр кемгә һәләтен күрһәтергә мөмкинлек бирелде. Мәҫәлән, “Көҙ королеваһы” конкурсында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ ир-атты “аһ” иттерһә, көслө зат шахмат турнирында үҙен танытты. Ә йәштәрҙе еңел атлетика буйынса ярыш берләштерҙе. Ғөмү­мән, һәр кем күңеленә яҡын шөғөл тапты. Шуға ла республиканың мәҙәниәт министры урын­ба­ҫары Шамил Абдра­ҡов­тың Дәүләкән ерендәге байрам сараһын сағыу һәм иҫтәлекле ваҡиғаға тиңләүе юҡҡа түгел ине.
17 сентябрҙә Дәүләкән делегацияһы штандартты тантаналы рәүештә Туймазы районына тапшырасаҡ.


Вернуться назад