“Мин һәм Мостай Кәрим”12.09.2014
“Мин һәм Мостай Кәрим”
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған республика конкурсы иғлан ителә. Ул әҙәби әҫәрҙәр һәм һүрәттәр буйынса үтәсәк.


I. Дөйөм өлөш
1.1. Конкурстың маҡсаты — әҙиптең әҫәрҙәрен өйрәнеү, уларҙы пропагандалау, бала­лар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү, фекерҙә­рен ижад аша күрһәтә белеүгә ынтылыу.
1.2. Ойоштороусылар: Рес­публиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, “Башҡортостан” һәм “Йәншишмә” гәзиттәре редакциялары.
II. Ҡатнашыусыларҙың эш­тә­ре йәш төркөмдәре буйынса билдәләнә:
7-нән 11 йәшкә тиклем;
12-нән 15 йәшкә тиклем;
16-нан 18 йәшкә тиклем.
III. Конкурсты ойоштороу шарттары:
3.1. Конкурсҡа эштәрҙе 2014 йылдың 1 сентябренән 10 ок­тябренә тиклем ебәрергә кәрәк.
3.2. Улар ошо номинациялар буйынса ҡабул ителә:
Мостай Кәримдең ижады бу­йынса һүрәттәр (A3 форматынан бәләкәй булырға тейеш түгел);
«Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады» темаһына кроссвордтар (яуаптары менән бер­гә);
әҙәби ижад (Мостай Кә­рим хаҡында шиғырҙар, хи­кәйәләр, халыҡ шағирының әҫәрҙәрен башҡа тел­дәргә тәржемә итеү, яҙыусы­ның ижады тураһында фе­керҙәр);
компьютер графикаһында яҙыусының ижады һәм тормошона бағышланған, ижадын мәңгеләштереүгә арналған электрон презентациялар, видеояҙмалар.
IV. Конкурсҡа килгән эш­тәргә талаптар:
4.1. Бер авторҙың бер нисә эше ҡатнашыуы мөмкин, һаны сикләнмәй.
4.2. Ижади эштәр авторҙың шәхсән үҙе тарафынан яҙылырға тейеш. Өлкәндәр етәкселек кенә итә ала.
4.3. Эш­тәрҙең төрлө техникала башҡарылыуы мөмкин: гуашь, аква­рель, гра­фитлы ҡә­ләм, тушь, компьютер графи­каһы, ҡағыҙ һәм электрон текс­тар.
V. Конкурста ҡатнашыу шарттары:
5.1. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявка ебәрергә кәрәк (ҡушымтаға ярашлы).
5.2. Эштәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47-се йорт, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы. «Мин һәм Мос­тай Кәрим» кон­курсына тигән билдә менән. Электрон почта аша [email protected], [email protected] йәки “Башҡортостан” һәм «Йәншишмә» гә­зиттәре редакцияларына: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса ебәрергә мөмкин.
5.3. Конкурс эштәренә автор хаҡында мәғлүмәт (исем-фамилияһы, тулы йәше, тыуған йылы һәм өй адресы, кеҫә телефоны).
5.4. Эштәрҙе башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа телдәрҙә яҙырға мөмкин.
VI. Конкурстың һөҙөмтәһе 17 октябрҙә төбәк-ара әҙәби фестивалдә, Өфөлә, Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең һәйкәле эргә­һендә ойошторолған флешмобта иғлан ителәсәк. Еңеүсе­ләрҙе приздар, маҡтау ҡа­ғыҙҙары, дипломдар көтә.

Ойоштороу комитеты.


Вернуться назад