Йыр-моң мосафирына әүерелгән Мәҙәниәт йылының штандарты Шишмә районынан Әлшәй тупрағына аяҡ баҫты.
Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин халыҡты байрам айҡанлы тәбрикләгәндән һуң, Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин йылы һүҙҙәрен әйтте.
Байрам тантанаһы гөрләп башланып китте. Раевка ҡасабаһының мәҙәниәт йорто алдында ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге Дим буйы башҡорттары йыр-бейеү менән сәләмләп ҡаршыланы. “Дарман” ансамбле башҡарыуында композитор Урал Рәшитов яҙған “Минең Әлшәйем” йыры бәрәкәтле һәм ҡунаҡсыл ергә гимн булып яңғыраны.
Район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған кисәне, Әлшәй рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтовтың күргәҙмәһен тамашасылар яратып ҡараны.
Мәҙәни байрам бөгөн Дәүләкән районына юлланды.