Мәҙәни ҡош – Саҡмағошта05.09.2014
Мәҙәниәт йылының штандарты Башҡортостан буйлап сәйәхәтен дауам итә. Ошо көндәрҙә ул Бишбүләк районынан Саҡмағошҡа килеп етте.

Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латипова, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы саҡмағоштар “Сәк-сәк байрамы”нда йыр-моң менән һыйлап ҡаршыланы. Артабан уларҙы Яңы Мортаҙа ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ҡабул итте. Был ауылда өр-яңы клуб асылыуы иһә байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе.
Район китапханаһы балалар өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса “Әтәс тирмәне” тигән тамаша тәҡдим итте. Мәҙәниәт һарайында балаларҙың эштәре ҡуйылған күргәҙмәне ҡарап, һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Ә инде район фольклор коллективтарының сығышы тамашасыларҙың күңелен елкендереп, моң тулҡынында тирбәлтте.
Шулай уҡ “Дуҫлыҡ тирмәһе” тип аталған фольклор байрамында район мәҙәниәт һарайы коллективының, балалар сәнғәт мәктәбенең, Рапат, Әбләй, Имәнлекүл, Йомаш ауыл клубтары өләшкән рухи күстәнәстәр халыҡ йөрәгендә оҙаҡ һаҡланыр.
Мәҙәниәт йылының штандарты Саҡмағошта биш көн буласаҡ. Алда Яңы Балтас ауылында үтәсәк “Сөмбөлә”, Имәнлекүлдәге “Бал байрамы”, Йомаштағы “Тыуған ауылым гөлдәре”, Ҡалмашбаштағы “Сылтыр-сылтыр аға көмөш һыу” тигән күркәм саралар көтә.



Вернуться назад