Матурлыҡҡа ғашиҡ йәркәйҙәр05.09.2014
Матурлыҡҡа ғашиҡ йәркәйҙәр
“Сәскәләргә ҡарап һоҡланабыҙ, сәскәләрҙән, гүйә, нур тама”, тип йырларға мәжбүр була күңелдәр был тамашала. Әкиәттәрҙә генә күреп өйрәнгән ысын мөғжизәгә тиң түгелме ни сәскәләр байрамы?! Үрге Йәркәй ауылында үткән сара матурлыҡ иленән сағыу күренеш булды.


Кеше нимәне яратһа, ул үҙе лә шуға оҡшаш була, тиҙәр. Сәскә яратҡандар­ҙың күңел донъяһын күҙ алдына килте­ре­геҙ инде. Тап шундай сафлыҡ­ҡа, гүзәллеккә ғашиҡ кеше­ләрҙе бергә йыйҙы Илеш районы үҙә­гендә үткән “Сәс­кәләр байрамы”. Оҫталар бер-береһе ме­нән танышып-аралашып, ор­лоҡ-үҫенте­ләр, кәңәш­тәр менән уртаҡ­лашты. Мәҙәниәт йылына арнал­ған сарала райондың ун алты ойош­маһы, шәхси хужа­лыҡтар, оҫ­та­лар ҡатнашты.
Илеш махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты, Үрге Йәр­кәй­ҙәге 1-се гимназия, 3-сө балалар баҡ­саһы, Нефтекама ҡалаһына ҡараған «Илеш районындағы һаулыҡ мөмкин­лектәре сиклән­гән балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлексәһе» үҙҙәренең хеҙ­мәт һәм ижад емештәре менән жюри ағза­ла­рының яҡшы баһа­һын алды. Һәр ойошма, коллектив сараны ойошто­роу­сы­ларҙың төрлө номинация дипломдары­на, бүләк­тәренә лайыҡ булды. Гөлсимә Решетникованың оригами күр­гәҙмәһенә һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Балаларҙың сәскә кейемен­дә мода күрһәтеүе байрамды тағы ла күркәмләндереп ебәр­ҙе. Шулай уҡ үҙенсәлекле итеп биҙәлгән «Балалар арбалары парады» иғтибарҙы йәлеп итте. Унда ҡатнашҡан һәр ғаилә үҙе менән таныштырып, бай фантазия ҡулланып биҙәлгән балалар арбаһын күрһәтте, ҡы­ҙыҡ­лы сығыш яһаны.
Ғүмере буйы сәнғәткә ғашиҡ, халҡына тоғро хеҙмәт иткән Рә­линә менән Ғилмулла Ғабдул­линдарҙың, Флүзә һәм Ришат Абдуллиндарҙың сығышы, шу­лай уҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Фәнис Яхин ме­нән Эльвира Миңлеғолова ойош­торған бәйгеләр, йәштәр ҡуйған тамаша ла сәскә байрамына биҙәк өҫтәне.


Вернуться назад