Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ имен булһын тиһәң, милли баҫмаларҙан айырылырға ярамай. 24-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был фекер менән тулыһынса килешә.
– Дәрестәрҙең сифатын яҡшыртыу, балалар күңелендә туған теленә, мәҙәниәтенә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән бихисап эш башҡарыла, – ти 40 йылдан ашыу педагогик стажға эйә Рәйлә Тимерова. – Башҡа милләттәрҙең йәш быуын вәкилдәренә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү буйынса ла үҙенсәлекле алымдар ҡулланабыҙ. Ошо бурыстарҙы лайыҡлы атҡарыу өсөн белемде даими камиллаштырыу мөһим. Был тәңгәлдә милли баҫмаларҙың ярҙамы ифрат ҙур. Мәғлүм булыуынса, уларҙың хаҡы йылдан-йыл арта, ләкин, ҡиммәтселекте сәбәп итеп, гәзиткә яҙылмай ҡалмайбыҙ. Милли баҫмаларҙы алдырмаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшен теүәл атҡарырына шигем ҙур.