Хикмәтле һүҙ – йән байлығы03.09.2014
Хикмәтле һүҙ –  йән байлығы
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың вәғәздәре һәм ҡәрҙәштәребеҙҙең һорауҙарына яуаптары “Башҡортостан” гәзитендә 2013 йылдың башынан алып аҙна һайын баҫыла килде. Ул яҙмалар – үҙе бер дәреслек, тиһәк тә хаталанмабыҙ. Ҡоласлы аҡыл, тәрән фекер, Ислам хәҡиҡәттәренә генә түгел, донъяуи фәндәргә, кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәтенә таянған оло тормош тәжрибәһе ята уларҙа.


Шуныһы ҡыуаныслы: гәзитебеҙҙә баҫылған яҙмалар “Иман – күңел көҙгөһө” исемле китап булып сыҡты. Форсаттан фай­ҙаланып, ундағы “Дин – ул нәсихәт” тигән вәғәздән бер өҙөк килтереү урынлы булыр:
“Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” – тип һорағандар. “Дин – ул нәсихәт”, – тигән Пәйғәмбәр. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу.
Нәсихәт төрлө була: атай-әсәйҙеке, өләсәй-олатайҙыҡы, туған­дарҙыҡы, етәксенеке, иптәштәрҙеке... Бөтөнөһө лә кеше тормош юлында аҙашмай, тура юлдан барһын, хата эшләмәһен, ауырлыҡҡа бирешмәһен, бәхетле булһын тигән ниәттә әйтелә. Ә иң юғарыла – Аллаһ Тәғәләнең өгөтө. Раббыбыҙҙың ҡанундары буйынса, мосолман иң тәүҙә Уның ҡушҡандарын үтәй, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күрһәткән юлынан бара, шулай уҡ дәүләт ҡанундарын да ихтирам итеп, илдең терәге булып йәшәй. Тимәк, һәр ваҡытта бер-беребеҙгә өгөт-нәсихәттә булырға, “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы” тигән мәҡәлде онотмаҫҡа, күркәм өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Шулай булғанда, Аллаһ бирһә, илдә, ғаиләлә бәрәкәт булыр, әхлаҡ, иман нуры һүнмәҫ, милләт-ара татыулыҡ нығыныр”.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин – ҙур йәшәйеш юлы үткән кеше. Ул 1946 йылда Башҡортостандың Сибай ҡалаһында тыуған. Ошонда урта белем ала, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Артабан әрмелә хеҙмәт итә, ҡайтҡас шофер була, унан атаһының, абруйлы мосолман әһелдәренең, ул саҡта Өфөлә мөфтөй булып торған Шакир хәҙрәт Хыялетдиновтың кәңәшен тыңлап, дини белем алырға юллана. Бохара, Ташкент, Дамаск ҡалаларындағы иң юғары Ислам уҡыу йорттарында белем эстәй. СССР-ҙың Европа һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратында, Өфөләге “Йәмиғ” мәсетендә, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында хеҙмәт итә. Йәмғиәттә абруйлы аҡыл эйәһе тип танылған дин әһелдәренең береһе ул бөгөн.
“Башҡортостан” гәзитенең “Ал да нур сәс халҡыңа” китапханаһында ошондай шәхестең китабын нәшер итеү – үҙе бер мәртәбә. Был сауаплы эшкә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм яҙыусы Ғәлим Хисамов күп көс һалды.


Вернуться назад