Тирә-яҡҡа һоҡланып, яй ғына Салауат Юлаев һәйкәле яғына китеп барам. Ҡаршыма килгән сал сәсле, ыҫпай кейенгән ағай:
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре — Әнисә,
Тыуған яғың һағындыңмы,
Һағынған елдәр иҫә, —
тип шаяртып көлөп алды. Ул – Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов —Башҡортостандың арҙаҡлы яҙыусыһы, ғалим, профессор, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Уны атайымдың фронтташы булараҡ та яҡшы беләм. Өйҙәрендә йыш булам. Ҡыҙы Фәриҙә менән бик дуҫ инек. Яҙыусының гәзит-журналда баҫылып торған яңынан-яңы әҫәрҙәрен уҡып барам.
“Халыҡсанлыҡ” — ҙур төшөнсә, улай тип кенә лә әйтеп булмайҙыр әле. “Илаһиәт” тиергә кәрәктер. Әгәр шулай икән, Ер менән Һауанан барлыҡҡа килгән кеше образы әҙәби әҫәрҙә халыҡтың эске донъяһы, рухи һәләте, эстетик идеалы, фекер йөрөтөү заңы, психологик нескәлеге, тормош-көнкүреше, йәшәү рәүеше, аң-аҡылы, хис-тойғоһо менән бәйләп ҡаралырға тейеш.
Суфиян Шәмсетдин улының ижады ла бай, тәрән фекерле. Йөкмәткене ярып һалған эпиграфтар, бик күп синоним һүҙҙәр, мәҡәлдәр ҡулланыуы, тарихи-документаль факттарға таянып эш итеүе уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, уның рухи донъяһын яңырта. Яҙыусының әҫәрҙәрендә саф мөхәббәт, тоғролоҡ темалары ҙур урын биләй.
Ғалим, академик, хеҙмәт геройы, революционер Ғәлимйән Ибраһимов тураһындағы трилогия-эпопея — “Ут эсендәге мөхәббәт” әҫәре — был һүҙҙәргә дәлил. Хәсәнә абыстайҙың Ғирфан муллаға (иренә) булған ихтирамы, тоғролоғо, саф мөхәббәте, күрше-күләнгә иғтибарлылығы, яҡшылығы, һәр саҡ ярҙам итергә тырышыуы — үҙе ҙур тәрбиә.
Суфиян Шәмсетдин улы — ябай, сабыр холоҡло кеше. Пьесаларын, комедияларын уҡыһаң иһә шаян икәнлеген дә күрәһең. Уның “Кәрлә йондоҙ” комедияһы, “Туй бүләге” драмаһы донъя күрҙе (А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйҙы).
Яҙыусының шиғырҙары ла бик күп. Шуларҙың береһе, йөрәк өҙгөсө “Ҡыҙым Фәриҙәгә” тип атала. Иң яҡын, ғәзиз кешеһе, таянысы кинәт вафат булғас, төндәрен йоҡлай алмай, ошо шиғырҙы яҙған ул.
Ағай һәр ваҡыт эш өҫтөндә, халыҡ араһында, университетта студенттар уҡыта, фән кандидаттары әҙерләй. Профессор-консультант булараҡ та ярҙам итә. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, ауылдаштары, дуҫ-иштәре менән бер телемде уртаҡлашып йәшәргә тура килгән уға. Шуға ла һәр кемгә күңеле асыҡ.
1942 йылда 18 йәшлек егетте һуғышҡа оҙаталар.
Ауылда ауырыу әсәһе менән апаһы тороп ҡала. Суфиян ағай өсөн иң ауыры, иң ҡыйыны — әсәһенең уны һуғыштан көтөп ала алмауы. С. Поварисов, Алкинда командирҙар әҙерләү курсында уҡып, башҡорт полкында миномет расчеты командиры була. Курск дуғаһындағы утлы яуҙарҙа дошманға ҡаршы алыша, күп батырлыҡтар күрһәтә. Суфиян ағай был турала үҙенең “Яҙмыш ҡорбандары” романында бәйән итә. Яугир тағы ла бик күп ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
Үҙе ут эсендә ҡайнап, һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ иңендә татығанға ла, был тема ижадында сағыштырмаса ҙур урын алып тора. Ауыл малайының ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, профессор дәрәжәһенә күтәрелеүе, халыҡтың яратҡан яҙыусыһы кимәленә етеүе уның тырышлығы, халҡын һөйөүе тураһында һөйләй.
Суфиян ағайға 90 йәш тулды. Ул һаман да эш өҫтөндә — сираттағы романын яҙып бөтөрөп килә. Таң ҡалырлыҡ, һоҡланып үрнәк алырлыҡ талантлы кеше ул!