19 – 21 сентябрҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Халыҡ-ара Аксаков фонды менән берлектә ХХIV Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрә.
Төп саралар Өфөлә буласаҡ: С. Т. Аксаковтың йорт-музейында күргәҙмә асыу, уның һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған. Шулай уҡ “Аксаков балы”, “Аксаков кисе” лә халыҡ күңеленә хуш килер, моғайын.
Артабан әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Өфөлә, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында уҙасаҡ фольклор байрамдары көтә.