Донъяны иңләй ҡумыҙ29.08.2014
Донъяны иңләй ҡумыҙ
Халҡыбыҙҙың иң боронғо музыка ҡоралдарының береһе булған ҡумыҙ оҫтаһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты республикабыҙҙа ғына түгел, донъяның байтаҡ илдәрендә беләләр. Виртуоз музыкант яңыраҡ Германияла ҡумыҙсылар фестивалендә ҡатнашты һәм ҡумыҙ сәнғәтен донъя кимәлендә үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн дипломға лайыҡ булды. Ошо сәфәрҙә тыуған уй-фекерҙәрен, күргән-ишеткәндәрен гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

– Миңлеғәфүр, имен-аман йөрөп ҡайттың, шөкөр. Юлсынан донъя хәлдәре тураһында һорау ғәҙәте бар. Һүҙҙе шунан башлайыҡ: нимәләр күрҙең? Нимәләр ишеттең?
– Германияның Тауха тигән ҡалаһында VIII Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конгресс-фестивале үтте. Унда Австрия, Венгрия, Италия, Франция, Норвегия, Япония, Америка, Ҡытай, Вьетнам, Англия, Голландия, Швейцария, Италия, Канада, Иран, Израиль, Бразилия, Колумбия һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.
– Ҡарале, Миңлеғәфүр, ҡумыҙға бер ниндәй ҡағы­лышы булмаған илдәр һымаҡ та баһа!..
– Эйе. Ә әле ҡумыҙ 150 илдә таралған. Фести­валгә уларҙың 25 – 30-ынан ғына килделәр.
– Беҙҙән, йәғни Рәсәйҙән, үҙең генә булдыңмы?
– Яҡутстандан – 27 кеше, Баш­ҡорт­остандан – мин, Мәскәүҙән Ольга Прасс ҡатнашты.
– Бәй, Мәскәүҙә лә ҡумыҙ уйнайҙармы?
– Унда “Варган фонды” тигән йәмғиәт бар (ҡу­мыҙ урыҫса варган була). Баш­ҡортостанда ҡу­мыҙ­сылар һәм өз­ләүселәр бәйгеһендә лә ҡатнашты улар. Быйыл апрель айында “Варган фонды” бәйге ойошторҙо. Мин унда ошо йәмғиәттең етәксеһе Ольга Прасс менән бер сәғәт сы­ғыш яһаным. Был бәйге Германияла үтәсәк ҡумыҙ­сылар фестиваленә һайлап алыу туры һымаҡ булды. Шулай итеп, миңә саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө.
– Германияның башҡа ҡалаларын күрергә насип булдымы?
– Башта Берлинға барып төштөк, Дрезденда, Лейпцигта булырға тура килде. 7 августа Тауха ҡалаһында фестивалде асыу тантанаһы үтте. Бик күңелле башланды байрам. Һәр илдән бер ҡумыҙсы сығыш яһаны. Артабан көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан башлап док­ладтар тыңланыҡ, фекер алыштыҡ. Бөгөн ҡумыҙ сәнғәте ҡайһы бер илдә ныҡ үҫешкән, ҡайһыларында юғалып бара. Киләсәктә был уйын ҡоралын тергеҙеү, халыҡҡа таратыу мәсьәләләре ҡаралды.
– Үҙеңдең сығыштарың тураһында ла һөйлә әле.
– Беҙҙең бер сәғәтлек концерт асыҡ һауала үтте. Мин башҡорт халыҡ көйҙә­рен ҡурайҙа, ағас ҡумыҙҙа уйнаным. Тамашасы яратып ҡабул итте, әйтеүҙә­ренә ҡара­ған­да, концерты­быҙ юғары кимәлдә булды.
– Унда тик ҡумыҙсылар ғына сығыш яһанымы?
– Быға тиклем Таухала төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында уй­наусыларҙың кон­церттары үтеп торған. Бы­йыл ҡу­мыҙ­сылар фестиваленә улар ҙа ҡушылды, һәм бик отошло килеп сыҡты, тип уйлайым. Австралиянан, Италиянан, Венгрия­нан кил­гән көслө этно-төркөмдәр булды. Ҡумыҙ моңо төрлө уйын ҡоралдары менән үрелеп барҙы.
– Тауха ниндәйерәк ҡала?
– Матур тәбиғәт ҡоса­ғында ултырған ҙур бул­ма­ған таҙа ҡала. Урам­дарҙа эҙләһәң дә сүп-сар таба ал­маҫһың. Кешеләр бер-береһенә итә­ғәтле, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Юғары мә­ҙәниәтле ха­лыҡ йәшәй унда.
– Һине тыңлап ул­тыр­ҙым да, үҙебеҙ өсөн йән әсеп ҡуйҙы. Ҡумыҙ иле бу­ла тороп, был илаһи музы­ка ҡоралына иғтибар етең­ке­рәмәй беҙҙә. Ғөмү­мән, ҡумыҙҙың киләсәге бармы?
– Ҡумыҙ ҡурай кеүек үк халҡыбыҙҙың төп милли музыка ҡоралы булып һанала. Аллаға шөкөр, ҡурай хәҙер киң танылыу тапты, ләкин ҡумыҙға әһәмиәт бирелеп етмәне. Беҙҙә генә түгел, байтаҡ илдәрҙә шул уҡ хәл күҙәтелә: гармун, баян, гитара, синтезатор кеүек яңы музыка ҡоралдары барлыҡҡа килгәс, кешелек дәр­рәү шуларға йәбеште. Германияла ла ҡумыҙ сәнғәтен һуңғы йылдарҙа ғына, дәүләт ки­мәленә күтәреп, үҫтерә башланылар. Рәсәйгә кил­гәндә, ул Яҡутстанда ғына киң таралған: Хө­кү­мәт тарафынан иғтибар ҙур, ҡумыҙ сән­ғә­тен үҫ­тереү буйынса хатта махсус программалары бар.
Әлбиттә, Башҡортостанда ла ҡумыҙ һөйөү­се­ләр бихи­сап, төрлө конкурстар үтеп тора. Әгәр был милли музыка ҡоралыбыҙға дәүләт тарафынан иғтибар тағы ла артһа, уны донъя кимә­ленә сыға­рырға мөмкин булыр ине.
– Беҙҙә Ҡурайсылар союзы ойошторолдо. Бәлки, ҡумыҙсы­лар­ға ла ошо хаҡта уйларға кәрәктер?
– Ундай уй бар. Алла бирһә, Ҡумыҙ­сылар союзы ойош­тороп, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелербеҙ тип ышанам.
– Киләһе фестиваль ҡайҙа үтәсәк?
– Бөтә донъя ҡумыҙсылары ойош­маһының ҡарарына яраш­лы, Мәскәүҙә була. 2017 йыл­дың йәй айҙарында был ҙур ваҡиғаның шаһиты бу­лыр­быҙ тип өмөтләнәбеҙ.
Өҫтәп шуны әйтке килә: Гер­ма­нияға саҡырыу килгәс, Хөсәйен Әх­мәтов исе­мендәге Баш­ҡорт дәүләт филар­мо­нияһы директоры Фәүзи Хә­сән улы Сафинға индем. Ул: “Үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡай­нап ятырға түгел, барырға, баш­ҡорт ҡу­мыҙ сәнғәтен күрһәтеп, баш­ҡаларҙан да өйрәнеп ҡайтырға кәрәк”, – тип хупланы һәм юл сығымдарын ҡапланы. Рәхмәт уға!

С. НӘЗИРОВ һөйләште.


Вернуться назад