Хыялыңа тоғро ҡал27.08.2014
Хыялыңа тоғро ҡал
“Тамыр” балалар телеканалы төшөргән “Ҡолонҡай” фильмы “Евразия тауышы” Бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестиваленең жюри ағзаларын битараф ҡалдырманы. Ҡолонсағын юғалтҡан малай тураһындағы тарих “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы тапшырыу” номинацияһында – еңеүсе, “Иң яҡшы оператор эше” номинацияһында дипломант булды.

Быйыл бәйге Хакасияла үтте. Унда илдең байтаҡ милли төбәгенән журналистар, операторҙар, режис­серҙар 17 номинацияға йәмғеһе ике йөҙҙән ашыу эшен тәҡдим итте. Бәләкәй ватаныңдың үҙенсәлеген, милли ерлеген күрһәтеү фестивал­дең төп маҡсаты ине.
Башҡортостан журналистары был эште уңышлы атҡарып сыҡты. Бәләкәй кешенең ҙур көсө, ныҡыш­малылығы һәм хыялына тоғролоғо тураһындағы видеотаҫма былтыр йәй республиканың Архангел һәм Ғафури райондарында төшөрөлдө. Туғыҙ йәшлек Данил ҡолонсағын юғалта. Өлкәндәр быға тиҙ генә күнһә, малай бер ҙә бирешергә теләмәй: ул үҙенең дуҫын нисек тә булһа эҙләп табырға тейеш! Уға мөғжизә генә ярҙам итә ала, һәм тап шулай килеп сыға ла, сөнки төп геройҙың ҡулында боронғо легендала һүрәтләнгән батыр атының дағаһы була.
Данил Сәлихов Өфөнөң 35-се мәктәбендә уҡый. “Киноға төшкәндә егеттәрсә ныҡ, сабыр булыуын күрһәтте, был ҡатмарлы эште лайыҡлы башҡарып сыҡты”, – тип һөйләне “Тамыр” балалар телеканалы хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ төп ролдәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Фирғәт Ғарипов һәм Милли йәштәр театрынан Лилиә Исҡужина уйнаны. Музыканы композитор Айҙар Хәмзин яҙҙы.
– Йыл әйләнәһенә телевидениела эш ҡайнай. Тик йәй генә камера һәм монтаж бүлмәләре бер аҙ бушап ҡала. Был ваҡыттан файҙаланып, фильмдар төшөрөргә тырышабыҙ, – тине “Тамыр” телеканалы директоры, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина. – Әлеге еңел булмаған эште еренә еткереп, матур башҡарғаны өсөн барлыҡ команда ағзаларына рәхмәт!



Вернуться назад