Уралдың батырлығы хаҡында ысын әкиәт27.08.2014
Уралдың батырлығы  хаҡында ысын әкиәт
Башҡортостан Президенты грантына ижад ителгән “Шүлгәнташ” фильмының жанры башта уҡ үҙенә йәлеп итте: ысын әкиәт тип атала ине ул. Ҡайһылай ҡыҙыҡ – әкиәттең ысыны ла, уйҙырмаһы ла була, тимәк! Ә инде тамашаны ҡарап бөтөү менән үҙем дә һиҙмәҫтән авторҙар менән килештем: Урал батыр йәшәгән ерҙәр, уның васыяты хаҡында уйҙырма һөйләп буламы ни? Бигерәк тә балаларға. “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы төшөргән был башҡортса фильмды Өфөнөң “Родина” кинотеатрында ҡараным.


Иң тәүҙә режиссер эше, операторҙың ба­лаларға тәҡдим иткән әкиәти донъяһы хаҡында әйтеп үткем килә (режиссерҙары – Рөстәм Аҙнабаев, Ләйсән Солтанғолова, ҡуйыусы операторы – Урал Ғатауллин). Иҫ киткес мөғжизәле Бөрйән тәбиғәте үҙенең бар хозурлығы менән экрандан ҡарашты ала алмаҫлыҡ итеп арбап алды. Беҙ бәләкәй саҡта шундай матур тәбиғәт күренештәре, ер аҫты донъяһы, әллә ниндәй серле тау ҡыуышлыҡтары күрһәтелгән әкиәттәр “В гостях у сказки “ тапшырыуында Валентина Леонтьева апай һөйләп таныштырғандан һуң эфирға сыға торғайны. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙә лә төшөрөп була икән бындай фильмды: ана ниндәй тауҙар, ҡаялар, ә ер аҫты донъяһы, Шүлгәнташтың сихри бер мөхите! Балаларҙың күмәкләшеп һыу ташыуҙары, күпме ташыһалар ҙа, һауыттың тулмауы, Шүлгәндең (Сәғиҙулла Байегет бик килештереп башҡара был ролде) бәләкәстәрҙең көсөн файҙаланыуы – ҡараңғылыҡтың, Эңерҙең (Ғәлиә Вахитова балаларға бөтә икеләнеүҙәре менән күҙ алдына баҫа) барыһын да еңергә тырышыуы шомло уйҙарға һала. Әммә был ҡурҡыныс донъяны герой исемен йөрөткән малай килеп ҡотҡара.
Урал ролен башҡарған Рөстәм Төхбәтов Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый икән. Әкиәттә Урал башта бик ғәрсел, хатта үпкәсел малай кеүек күҙ алдына баҫа. Әммә мәмерйә эсенән ул бөтөнләй икенсе кеше булып сыға, ул маҡсатҡа ынтылғанда ҡурҡмаҫҡа өйрәнә. Эйе, мәмерйә Уралда үҙ көсөн тойорға шарттар тыуҙыра: Ташбулат та бындай исемле малайҙың килеп инеүенә таң ҡала. Урал исеме үҙе үк Шүлгән донъяһын шартлатыуға тиң. Ана бит Шүлгән дә уның кемлеген белгәс, ярһып, үкереп сыға!
Урал һеңлеһе, ағаһы менән урманға китеп барғанда уҡ уға бик яҡты мөнәсәбәт күрһәткән кеше тап ана шул һеңлеһе инде. Мәмерйә эсендә лә ул Уралды һәр саҡ ҡеүәтләп тора: Аҡтояҡ – шундай зирәк зиһенле ҡыҙ. Был ролде Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Наҙгөл Шәрәфетдинова башҡара. Вәт балалар әкиәтте тоя белә лә инде, тинем Наҙгөлдөң мөлдөрәмә тулы хәүеф, йә булмаһа өмөт, йә булмаһа мәрхәмәт тулы ҡарашын күреп. Ныҡ яратып ҡабул иттем Наҙгөлдө лә, уның асҡан образын да. Мин уның, икеләнеүҙәрҙән арынып, Уралға өмөтләнеүенә лә, юл юҡ саҡта ҡыйыулыҡ күрһәтергә ынтылыуына ла ышандым. Афарин!
Ҡусҡар ролен Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһынан Данир Ғимаҙиев уйнаны. Ҡусҡар һымаҡ малайҙар беҙҙең арала бихисап. Шулай булырға тейеш тә: ул бик шаян, ҡустыһын ирештереп тә ала: малайҙар араһында “ихтилалдар” бик йыш булыусан ул, ышанығыҙ! Был образ теремеклеге, балаларға хас булғанса хәрәкәтсәнлеге, тап үҫмерҙәр холҡондағы үҙен күрһәтергә ынтылышы менән арбай, ул тормоштан алынған типаж! Алда әйткәнемсә, ундайҙар һәр класта әллә нисәшәр!
Өс баланың холоҡ-фиғеле өс төрлө, шуның менән улар ҡыҙыҡлы ла. Ни тиклем генә шаян булмаһын, Ҡусҡар ҙа Шүлгәнгә ҡаршы көрәшкә сығырға әҙер, ул малайҙарға хас ғәйрәт менән алышҡа ташланырға тора.
Балалар Эңерҙе үҙ яғына ауҙарып, башҡа тиҫтерҙәрен ҡотҡарып, Шүлгәнгә ҡаршы яу аса. Шүлгәнде еңә улар.
Әкиәт башынан аҙағынаса “Урал батыр” эпосының төп идеяһы менән һуғарылған: яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ, тип өндәшкән бит ул Уралтауҙа йәшәгән халыҡҡа. Балалар ҙа яҡшылыҡҡа хеҙмәт итеп, бер кем дә бер кемдең дә ҡоло булмаҫҡа тейешлеген тойоп, Шүлгәнде еңергә тырыша. Был эштәрендә уларға мәмерйәнән ҡояштай асылған нурҙан килеп сыҡҡан батырҙар ҙа ярҙам итә. Юҡҡа ғына боронғолар, батырҙарығыҙҙы йыш телгә алығыҙ, улар хаҡында йыш һөйләгеҙ, шулай эшләһәгеҙ, рухтары һеҙҙе тағы ла көслөрәк итер тимәгән, күрәһең. Батырҙар балалар менән осрашҡан мәл – әкиәттең рухи көс, илһам менән тулышҡан минуты. Балаларҙың батырҙарҙың батырлығы нимәнән ғибәрәт, ниндәй көрәштә яулаған улар был исемде – ошо хаҡта белеп үҫеүе фарыз. Бала аңына батырлыҡтың тәьҫире ҙур!
Композитор Айҙар Хәмзин әкиәткә уңышлы көйҙәр уйлап тапҡан. Кино сәнғәтендә көйҙөң тап килеүе шулай уҡ мөһим роль уйнай бит. Етмәһә, балалар өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙә. Рәссамдар Арыҫлан Бикбаев менән Альбина Шәһрет­динованың зауыҡлы хеҙмәте лә күҙгә ташланып тора. Милли кейемдәр, кейеҙҙәр, һәр ерҙә милли колорит фильмды тап башҡорт әкиәте итә. Сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина оҙаҡ йылдар балалар менән бергә эшләй, “Тамыр” телеканалын етәкләй, үҙе ике бала әсәһе, шуға күрә уға балалар өсөн милли ерлектә әкиәт уйлап сығарыуы ҡыйын булмағандыр, моғайын. Балаларыбыҙҙың аңына беҙ бәләкәйҙән Урал батырҙың кемлеген һеңдерергә тейешбеҙ. Тап ошо фильм аша башҡорт ғаиләләрендә милли батырыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уяныр, уның рухына тоғролоҡ тәрбиәләнер. Урал батыр – ул Уралда йәшәгән шәхес. Ул әкиәт геройы түгел, ул – ысын герой! Шуға ла әкиәт тә ысын әкиәт, тип атала бит! Матур әкиәтле иттегеҙ балаларҙы, “Тамыр”ҙар!


Вернуться назад