Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың 1971–1985 йылдарҙағы мәғариф министры Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншиндың урыҫ телендә “Йәшлегебеҙ һуғышта үтте” (“Наша юность прошла на войне”) тигән хәтирәләр китабы донъя күрҙе.
Төҫлө фотоһүрәттәр менән биҙәлгән был китап автобиографик юҫыҡта булһа ла, уны уҡыған кеше йәшлеге һуғыш осорона тура килгән тотош бер быуындың яҙмышын күҙ алдына баҫтырыр тиһәк тә, артыҡ булмаҫ. Сабир Шәйәхмәт улы ла үтә утлы яу юлдарынан. Харьков – Прага уҡсылар дивизияһы сафында Курск өсөн алыштарҙа ҡатнаша яугир. Шуға ла үҙе кисергәндәрҙе бәйән итеүе мауыҡтырғыс әҫәр кеүек күңелде арбай. Улай ғына ла түгел, ут-һыу кискән ветерандың тормош юлы үҙе бер мәктәп булырлыҡ.