Милли асылыбыҙҙы сағылдырыр26.08.2014
Милли асылыбыҙҙы сағылдырыр
Бөйөк Пушкиндың “Урыҫ рухы бында, урыҫ еҫе” тигән һүҙҙәренә ҡушылып, былай тип әйтке килә: “Башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе”. Эйе, быуаттар буйына изге еребеҙҙе ҡурсалап, меңдәрсә ҡорбан биргән халҡыбыҙҙың ғәзиз төйәгенән милли рухиәтебеҙ аңҡып торорға тейеш.


Үкенескә ҡаршы, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә лә Ватаныбыҙға исем биргән төп милләттең асылы бик үк сағылып бармай. Ҡайҙа ҡарама, сит телдәрҙәге рекламалар тулған, милли ризыҡ тәҡдим иткән ашханаларҙың юҡлығы ла эсте бошора...
Шулай ҙа бер шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, күңел ҡыуаныс хистәре кисерҙе. “Уфанет” компанияһы Өфө ҡалаһы мэрияһы менән берлектә “Ижади ҡала” тигән реалити-шоу ойоштороп ебәрҙе. Унда ҡатнашҡан рәссамдар Менделеев урамындағы йорттарҙың стенаһына башҡорт ҡыҙының рәсемен төшөрә. Милли кейемдәге оҙон толомло бейеүсе һылыуҙың һүрәте 30 метр бейеклектә буласаҡ. Рәссамдар төнөн проектор ярҙамында һындың контурҙарын эшләп тә ҡуйҙы инде, әле уны буяу менән мәшғүлдәр.
Өс команданан торған рәссамдар бәйгеһе сентябрь айында тамамлана. Еңеүселәр донъяның теләгән тарафына путевка менән бүләкләнәсәк, икенсе урынды яулағандарға – телевизор, өсөнсө баҫҡысты биләгәндәргә планшет бирелә.
Әлбиттә, был изге сара милли асылыбыҙҙы сағылдырыуҙа башланғыс аҙым булыр, киләсәктә “башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе” тип ауыҙ тултырып әйтерлек эштәр башҡарылыр, тип ыша­нғы килә.


Вернуться назад