Асыҡ дәрес... Мәктәп йылдарында уның мәғәнәһенә төптән төшөнөп тә етмәй инек әле. 45 минутҡа һуҙылған сираттағы һынау ине ул күптәр өсөн. Кемде һынайҙар — һинеме, уҡытыусыңдымы — уныһы икенсе мәсьәлә.
Йылдар үтеү менән тормошобоҙ үҙе лә асыҡ дәрес ҡанундарына яраҡлаша башланы кеүек. Һынауҙар, кемдеңдер алдында яуаплылыҡ, көсөргәнеш... Тәнәфескә саҡырған “ҡыңғырау” тауышы ғына ишетелмәй. Әйтерһең дә, “дәрес”тә ҡаралған тема — мәңгелек. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тормошта бер көнлөк мәсьәләләр юҡ. Шул уҡ мәғариф тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Уның маҡсаты — ижади ҡарашлы, айыҡ аҡыллы, рухлы, сәләмәт шәхес тәрбиәләү. Быға иһә уҡытыу-тәрбиә тармағының эҙмә-эҙлекле һәм өҙлөкһөҙ камиллашыуы һөҙөмтәһендә генә өлгәшергә мөмкин. Ғаилә — балалар баҡсаһы — мәктәп — юғары уҡыу йорто — тормош фәлсәфәһе ошо сылбырҙа нығына төҫлө.
Бөгөн беҙ хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла “Асыҡ дәрес”кә саҡырабыҙ. Бик яуаплы, әһәмиәтле, ауыр дәрескә. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү тиергә лә булыр ине, сөнки, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, әҙәм балаһы үҙ-ара аралашыуға, фекер алышыуға һәр саҡ мохтаж. Дәрестең эстәлегенә лә сик ҡуймайбыҙ: әхлаҡ ҡанундары, быуындар киләсәге, тел үҙенсәлектәре, белем биреүҙең заманса алымдарын ҡулланыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары... Бөгөн мәғариф тармағы бөтә талаптарға ла яуап бирәме? Йәш быуынға әҙәп ҡағиҙәләрен нисек өйрәтергә? Ауыл мәктәбе. Уның киләсәге бармы? Телебеҙҙе нисек һаҡлап алып ҡалырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы бергәләп эҙләйек, дуҫтар. Беҙгә хаттар яҙығыҙ, уй-теләктәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе гәзитебеҙҙең электрон адресына ла ебәрергә мөмкин (
[email protected]). Башланғысыбыҙҙы айырыуса уҡытыусылар, мәғариф ветерандары, методистар, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре әүҙем күтәреп алыр тигән ышаныстабыҙ. Гәзитебеҙҙең меңәрләгән уҡыусыһына бағышланған “Асыҡ дәрес”тәрҙе бергәләп үткәрәйек!
Тәүге дәресте күренекле яҙыусы, мәғрифәтсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Р. Ғарипов, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.