Хөрмәтле дуҫтар!27.01.2012
Әгәр 2012 йылдың беренсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып өлгөрмәй ҡалһағыҙ, борсолмағыҙ. Һәр айҙың 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, гәзит һеҙгә киләһе айҙан килә башлар.
Кәңәшебеҙ шул: иң отошлоһо — өйөгөҙгә аҙнаһына биш мәртәбә килә торған гәзиткә яҙылыу. Бары шул саҡта ғына һеҙ уның һәр һанында донъя күргән бай йөкмәткеле, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе уҡый аласаҡһығыҙ.
Хаҡтар түбәндәгесә:
Аҙнаға биш тапҡыр килә торған гәзиткә (телепрограмма менән) 4 айға яҙылыу хаҡы — 404 һум 28 тин, индексы — 50600;
аҙнаға өс тапҡыр килә торған гәзиткә (шишәмбе, кесе йома, шәмбе — телепрограмма менән) 4 айға яҙылыу хаҡы — 248 һум 60 тин, индексы — 99197;
аҙнаға ике тапҡыр килә торған гәзиткә (шаршамбы, шәмбе — телепрограмма менән) 4 айға яҙылыу хаҡы — 165 һум 60 тин, индексы — 99203;
аҙнаға бер тапҡыр килә торған гәзиткә (йома — телепрограммаһыҙ) 4 айға яҙылыу хаҡы — 83 һум, индексы — 31805;
предприятиелар һәм ойошмалар өсөн дүрт айға яҙылыу хаҡы — 493 һум 60 тин, индексы — 60740.
Өфө ҡалаһында йәшәүселәр “Өфө-матбуғат” киосктарында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала.
Гәзиттең электрон версияһына ла яҙылырға мөмкин. Уның тураһында мәғлүмәт менән www.bash.bashgazet.ru сайтында танышырға була. Бер йылға яҙылыу хаҡы — 300 һум, бер айға — 25 һум.
Ошо мәғлүмәтте хәҙерге көндә “Башҡортостан”ды алдырмаусы туған-тыумасағыҙға, дуҫтарығыҙға, күршеләрегеҙгә һәм алыҫта йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәрегеҙгә еткерһәгеҙ йәки уларға иҫтәлекле ваҡиғалар (тыуған көн, юбилей, туй, өй туйлау һ.б.) айҡанлы гәзит бүләк итһәгеҙ ине.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.


Вернуться назад