Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт министрлыҡтары, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы “Һылыуҡай-2012” республика башҡорт һылыуҙары телевизион конкурсын үткәреү хаҡында иғлан итә.
Һайлап алыу туры 1 февралдә иртәнге сәғәт 10-да Телеүҙәк бинаһында (Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9) уҙғарыла.
Конкурста ҡатнашыуға 16 – 22 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Уларға төп талаптар: башҡорт әҙәби телен белеү, матурлыҡ, буй-һындың кәмендә 170 сантиметр булыуы.
“Башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығы хаҡында бөтә донъяла беләләр, — ти проекттың баш режиссеры, “Һылыуҡай” студияһы директоры Линара Таһирова. — 2011 йылдың көҙөндә генә башҡорт һылыуҙары федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге өс ҙур проектта ҡатнашты: “Һылыуҡай-2010” конкурсында еңеп сыҡҡан Айгөл Айытҡолова Ҡытайҙа үткәрелгән конкурста Азияның иң матур биш моделе иҫәбенә инде; Анжелика Якусева (“Һылыуҡай-2009” конкурсында — 3-сө урын) Ксения Собчактың “Урыҫса топ модель-2” тамашаһында финалға сыҡты; Альбина Мөхәмәтйәнова-Усманова (“Һылыуҡай-2004”тә — 3-сө урын) Мәскәүҙәге “Рәсәй ханымы-2011” конкурсында илебеҙҙең иң яҡшы әсәләренең береһе тип танылды.
Проект ҡыҙыҡлы булмаҡсы. 4 февралдә конкурс репетициялары башланасаҡ, март айында телеканалда “Һылыуҡай-2012” конкурсы көндәлектәрен ҡарарға мөмкин. “Быйылғы телевизион проект уңышлы буласаҡ, — ти Линара Таһирова. — Сараны былтыр ноябрҙә Сочи ҡалаһында телевидениеның иң абруйлы наградаһын — “Тэфи” премияһын алған БЮТ командаларының береһе (режиссеры Рөстәм Атнабаев) тормошҡа ашыра”.
Конкурс хаҡында ентеклерәк мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин:
8 (347) 294-04-99,
8 919 146 2008.