Беҙҙең илдең йәме23.08.2014
Көҙгөһөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар үтәсәк. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында был тантаналы сараларҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә булды.


Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәтенә ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы кимәлгә күтәрҙе. Уның китаптары төрлө телгә тәржемә ителгән. Ә инде Мостай һүҙе хаҡлыҡтың үҙе һымаҡ булды. Ул ихласлығы менән һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде, кешеләр әҙиптең әҫәрҙәрен дә, үҙен дә яратты.



Вернуться назад