Грантты берҙәмлек менән яуланыҡ22.08.2014
Грантты берҙәмлек менән яуланыҡ
Районыбыҙҙың Ҡыҫынды клубы мөдире Раушан Хажиәхмәтов – ауылдаштары өсөн янып-көйөп йәшәгән шәхес. Һәр байрам кисәһен үҙенсәлекле итеп ойошторған ир-азаматтың дәрт-дарманы район йәштәренә йоғонто яһамай ҡалмай: яҡын-тирәләге егет һәм ҡыҙҙар ҙа бында килергә атлығып тора.


Ошо көндәрҙә мөдир­ҙең ты­рышлығы менән ауыл клубы 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ бул­ды.
– Бындай ҡаҙанышҡа өл­гә­шеү өсөн тәү сиратта эшеңә яуаплы ҡарау мөһим. Ауыл­даштарҙы клубта уҙғарылған төрлө сараларға йәлеп итеү ҙә, шул уҡ ваҡытта 2011 – 2013 йылдарҙа эшләнгән проект та­ныт­маһын (фото һәм видеоматериалдар) әҙерләү ҙә тиккә булманы, – ти Раушан Хажиәхмәтов. – Район хаки­миәтенең мәҙә­ниәт бү­леге хеҙмәт­кәрҙәре тәҡдиме менән беҙҙең ауыл клубы “Иң яҡшы мәҙә­ниәт учреж­дениеһы” тип билдә­ләнде һәм грант­ҡа лайыҡ булды. Уны артабан матди яҡтан яҡшыр­тыуға ҡорамал­дар, тауышты көйләү­се аппараттар алынасаҡ. Был ҡа­ҙа­ныш – уртаҡ хеҙмәт емеше. Һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан мәктәп уҡыусы­ла­рына, ауыл халҡына рәхмәтлемен. Юғары һөҙөмтәгә берҙәм булғанда ғына өлгәшеп була.


Вернуться назад