“БИШ” ҠУЙЫРЛЫҠ БИШ ФИЛЬМ22.08.2014
Рәсәй киноһы көнө иҫтәлекле ваҡиғалары менән Өфө халҡының хәтерендә һаҡлана. Бына икенсе йыл инде 27 августа “Родина” кинотеатрында Башҡорт киноһы төнө үткәрелә. Унда “Башҡортостан” киностудияһының фильмдары күрһәтелә, билдәле артистар, эстрада төркөмдәре сығыш яһай.


Быйыл байрам сараһы үҙенсәлекле булмаҡсы. Башҡорт киноһы тарихында тәүге тапҡыр “Баш­ҡортостан” киносту­дияһы төшөргән төрлө жанрҙағы биш фильмдың исем туйы үтәсәк.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова үҙе­нең “Мөрйәләрҙән төтөн сыға әле...” исемле яңы документаль фильмын тәҡ­дим итә. Белеүегеҙсә, уның Па­ралимпия чемпионы, данлы яҡташыбыҙ Ирек Зарипов тураһындағы фильмы халыҡ-ара фес­­ти­валдәрҙә призлы урындар яуланы. Вилү­рәнең яңы эше лә уңыш ҡаҙаныр тип өмөт­ләнәбеҙ. Уны Ҡазанда үтәсәк Мосолман киноһына, Ека­теринбургтағы – “Рә­сәй” документаль фильмдар, Тывалағы “Дерсуҙың тере һуҡмағы” кинофес­тива­ленә саҡырғандар ҙа инде.
Яңы фильмда һүҙ Белорет районының Собханғол ауылында йәшәгән 80 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев тураһында бара. Киләсәкһеҙ тип бөтөүгә дусар ителгән был ауылда Кинйәғол ҡарт 60 йыл инде бер үҙе генә йәшәп ята. “Мөрйәмдән төтөн сыға икән, тимәк, ауыл рухы йәшәй әле”, – ти ул.
Режиссер Таңсулпан Бураҡаева “Минең йон­доҙом”, “Өйләнеү” кеүек фильм­дары менән тама­ша­сыларға яҡшы таныш. Был юлы ул үҙен документаль жанрҙа һынап ҡа­ра­маҡ­сы – “Башҡорт ҡа­­тын-ҡыҙ кейеме” һәм бил­дәле башҡорт рәссамы ту­раһында “Жәлил Сөләймәнов” тигән фильмдары тамашасылар күңеленә хуш килер, моғайын.
Йәш режиссер Роман Пожидаев былтыр “Карусель” исемле эше менән сығыш яһағайны. Быйыл талантлы егет Санкт-Петербург дәүләт кино һәм те­левидение университетын тамамланы. Кино кө­нөндә ул “Япраҡ” тигән ҡыҫҡа метражлы кар­тинаһын тәҡдим итә. Был фильмда Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Ярул­лин, театр артистары Зөлфәр Әх­мәтов, Сулпан Асҡарова, Урал Әминев, Гөлмирә Исмәғилева ҡатнаша.
“Алдар менән һоро бүре” фильмын күптәрегеҙ ҡы­ҙыҡ­һынып ҡарағандыр. Был юлы Рим Шәрә­фет­динов уның дауамын тамашасы хөкөмөнә сығара.
Шулай итеп, тиҙҙән үҙебеҙҙә төшө­рөлгән фильмдарҙы ҡарап, күңел байрамы кисереү мөмкинлеге буласаҡ. Ки­нотеатр ишектәрен шар асып көтә һеҙҙе, дуҫтар!


Вернуться назад