Күпме тора?22.08.2014
Насиптың эш бүлмәһендә ултырабыҙ. Бер мәл ишек шаҡыйҙар.
– Әйҙү-ү-үк!
Насиптың аралашып йөрө­гән һабаҡташы ине. Университетта бер төркөмдә уҡы­­ған­дар. Тыуған көнө ме­нән ҡотларға килгән. Ҡара сәсле һөймәлекле һылыуҡай:
– Ошо кескәй генә бүлә­гем­де ҙур итеп ҡабул ҡыл. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер те­ләйем, – тип уға ҡулындағы бүләген һондо.
Насиптың ауыҙы йырыл­ды.
– Кит, нимә һөйләйһең! Бү­ләктең ҙуры, бәләкәйе була тиме. Иғтибарың өсөн ҙур рәх­мәт инде, – тип ҡыҙы­ҡай­ҙы ҡосаҡлап, яратып алды.
Хәл-әхүәл белешеп, бер са­ма һөйләшеп ултырғас, ҡу­нағыбыҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә Насип компьютерға те­кәлде:
– Бүләге ни хаҡ тора икән?

Дуҫтар

Насиптың дуҫтарының күплегенә хайран ҡалырлыҡ. “Бәйләнеш”тә генә ике мең­дән ашыу. Үҙҙәре хәтәр елле урындарҙа эшләй бит әле. Берәүҙәре – прокуратурала, икенселәре – артист, өсөн­сөләре – ниндәйҙер урында етәксе... Ҡуй, һанап тормайым, барыбер бөтәһен дә теҙеп сыға алмам. Үҙен ҡу­наҡҡа ла йыш саҡыралар. Уның:
– Шул дуҫымдың туйына ба­рам, быныһының иртәгә тыу­ған көнө, – тигәнерәк һүҙ­ҙәрен йыш ишетергә тура килә. Шу­ныһы ғәжәп: берәй йомошо төшһә, ул әллә ни өнәп бөт­мәгән хеҙмәттәшенә йүгереп килә лә:
– Ҡана, шунса ғына аҡса биреп тор әле, – ти.






Вернуться назад