"Отличник"22.08.2014
Магнитогорск ҡалаһында йәшә­гән бер туған апайымдың улы күп­тән Мәскәүҙе күрергә хыяллана ине.
– Әгәр сиректе дүртһеҙ тамам­лаһаң, алып барам, – тип үҙ шартымды ҡуйҙым. Самат ризалашты.
Яңы йыл алдынан ҡустымдың нисек уҡыуын белешер өсөн шылтыраттым:
– Шунан, был сиректә уңыштар бармы? Ниндәй билдәләр алдың?
– Ағай, исмаһам, бер “дүртле” лә юҡ, – тип яуапланы Самат.
Бындай хәбәр ишетеүгә шатлы­ғымдың сиге булманы.
– Үәт, маладис! Үҙемдең ҡустым бит ул!.. Улай булғас, Мәскәүгә алып барам. Әйберҙәреңде йыя тор!
Шунда уҡ әсәһе менән һөйлә­шеп, кәрәкле документтарын да ебәр­ҙеләр. Иртәгәһенә вокзалға ба­рып билет та һатып алдым.
...Бына беҙ ҡустым менән киң Мәскәү урамдары буйлап йөрөп ятабыҙ. Самат шатлы­ғынан һикереп-һикереп ала. Аҙым һайын фотоға төшә. Ҡы­ҙыл майҙанға килеп еткәс, ул һоҡланыуынан бер аҙға тын ҡалды.
– Ошо урынды гел теле­ви­зорҙан күрһәтәләр бит! Дуҫ­та­рыма шунда булдым тип һөй­­ләһәм, ышанмай торорҙар әле... – тине ул, ауыҙы йырылып.
– Бына шулай ул. Әгәр гел “бишле”гә генә уҡыһаң, киләсәктә бөтә донъяны урап сығырһың әле. Отличниктарға уңыш йылмайып ҡына тора.
Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ту­ғаным өсөн ниндәйҙер шат­лыҡ кисерә инем.
– Ә кем отличник һуң? – Са­маттың аптырашлы ҡарашы миңә төбәлде.
– Бәй, кем булһын инде, һин! Үҙең әйттең бит!
– Мин улай тип әйтмәнем...
– Нис-се-ек? Исмаһам, бер “дүрт­ле” лә юҡ тип һөйөнсө­лә­гәнеңде оноттоңмо?
– Уныһы шулай... Физкультуранан һәм хеҙмәт дәресенән – “биш­ле”, ә ҡалғандары – “өслө”. “Дүртле”ләр сиреккә ысынлап та сыҡманы... Тик мин бит һине алдаманым. “Отличникмын” тип әйтмә­нем бит...
Нимә тиергә лә белмәй, Ҡыҙыл майҙанда шаҡ ҡаттым да ҡалдым.






Вернуться назад