Хеҙмәт алдынғылары саҡырылған был сарала үткән йыл уңыштары барланды, һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар тәбрикләнде.
— Уҙған осорҙа эш хаҡы 20 процентҡа артты, пенсия күләме 16 процентҡа күтәрелде. Эшһеҙлек кимәле кәмене, теркәлгән никахтар һаны 62-гә күберәк булды. Үлем осраҡтары иһә 58-гә аҙыраҡ, — тине хакимиәт башлығы Илшат Ситдиҡов.
Әле Темәстә ҡеүәтле һөт комбинаты, Күлтабанда мегаферма төҙөлә, уларҙы быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола.
2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының нигеҙ һалыныуына 75 йыл тула. Әҙерлек эштәре башланған. Ошо ваҡытта Баймаҡ ҡойоу-механика заводына 100 йыл тулыу тантанаһы ла билдәләнәсәк. Тимәк, баймаҡтарға был ҙур юбилейҙарҙы лайыҡлы ҡаршылау өсөн әле үк ең һыҙғанырға тура килә.
Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М. Фәтхуллин сығышында көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса районда башҡарылған эштәрҙе барланы, яңы проекттарҙы билдәләне. Мирхәйҙәр Борис улы әйтеүенсә, Баймаҡ районы — республика ҡаҙнаһынан иң күп финанс ярҙамы алған төбәктәрҙең береһе. Бүленгән аҡса төрлө объекттарҙы төҙөү, реконструкциялау һәм проектлау өсөн тотонолған. Хәстәрлек күреү быйыл да дауам итәсәк. Ҡуянтауҙа — яңы мәктәп, Баймаҡ ҡойоу-механика заводын модернизациялау, район ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреү, ҡала дауаханаһының инфекция бүлеге өсөн яңы бина төҙөү, “Талҡаҫ” шифаханаһына таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыу, юлдарҙы реконструкциялау йүнәлешендә күп кенә эштәр ҡаралған.
Сараның иң тулҡынландырғыс мәле хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү, уларҙың эшен баһалап, дипломдар һәм аҡсалата премия тапшырыу булғандыр. Малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативын (етәксеһе — Ғәлим Сәлимов), “Рассвет” (Азат Шәрипов), “Уңыш” (Аврар Сафин) ауыл хужалығы кооперативтарын ҡотланылар. Агросәнәғәт өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергән фермер хужалыҡтары етәкселәре Йәүҙәт Ильясов, Кәбир Ҡунысбаев, Миңлебай Йәнбәковтар ҙа Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Шулай уҡ ҡала һәм район иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индергән предприятие, ойошмалар етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре араһында еңеүселәр бүләкләнде, үҙ һөнәре оҫталары тәбрикләнде.
Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.