Әҙәбиәтебеҙҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин кеүек уңышлы эшләгән әҙип һирәк тип икеләнмәй әйтергә була. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның әҫәрҙәренең 9-сы томы сығыуы – быға асыҡ дәлил. Был томға “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡыңғырау” повесы тупланған.
Ноғман Мусин – халыҡ һөйөүен яулаған яҙыусы. Уның китаптарын, гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуҙарын хәтерләйем. Әҙиптең «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда ул «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күргән кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла.
Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәште. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һәм башҡа повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» кеүек романдары – күптәрҙең яратып уҡыған әҫәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.
– Томдарымды 80-се йылдарҙа уҡ әҙерләй башланым, – ти яҙыусы. – Бөтә әҫәрҙәремде машинкала яңынан баҫтым, байтаҡ урындарын төҙәтергә тура килде. “Һайлап алған яҙмыш” иң күп эшләнеп, ҡатмарлы юл үткән роман булды. Китаптарымды барлап сыҡҡайным, хикәйәләрҙән торған бер йыйынтығым да юҡ икән. Шуға 10-сы томға төрлө гәзит-журналда баҫылған, ҡулъяҙма көйө һаҡланған хикәйәләремде тупланым. 11-се том иһә ижади портреттарҙан, хәҙерге йәштәр ижады тураһында мәҡәләләрҙән, очерктарҙан торасаҡ. Әлбиттә, сыҡмай ҡалған яҙмаларым да бар. Уларын Дәүләт архивына тапшырҙым.
Ғүмерен әҙәби ижадҡа арнаған атаҡлы яҙыусыбыҙҙың сираттағы был томы китап һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булырына шигебеҙ юҡ.