Рәхмәт, йөрәк!
Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре
Хәтер һандығына юл ала.
Йөрәклеләр мәңге һаҡлай уны,
Йөрәкһеҙҙә хәтер юғала.
Аҡыл күрһә, йөрәк кенә аңлай
Ҡайғы-шатлыҡтарҙың ҙурлығын.
Аҡыл бер хәл, тик тоймаһа йөрәк
Ғорурлығын, бәлки хурлығын
Был замандың,
Ул сағында инде
Хәтер һандығында – ҙур йоҙаҡ.
Үҙ заманын белмәҫ-тоймаҫ йөрәк –
Аҡылыңа хатта ул тоҙаҡ.
Асҡыстарҙы табыу ҡайҙа инде,
Йөрәк йоҡлай, йөрәк аңғыра.
Эшкинмәгән йөрәк хужалары
Байтаҡ әле, түгел аҙыраҡ.
Шуға әйтәм: Рәхмәт, әй, йөрәгем –
Шиғриәттең кендек инәһе!
Хис-тойғолар инешенән тыуған
Диңгеҙеңә ҡабат инәһе
Бар әле, бар.
И, самими йөрәк –
Аҡылымдың ғәзиз туғаны.
Аҡыл тапҡан фекер-сабыйҙарҙың
Күпме булды һиндә уңғаны.
Һинең бишегеңдә ошо уйҙар
Буй еткереп, юлға сыҡтылар.
Рәхмәт, йөрәк! Тыуҙыр яңы йырҙар –
Мең-мең шишмә булып сылтырар.
Ҡайһығыҙ һатылмай?Кем бөгөн һатылмай?
Күренегеҙ!
Мин һеҙҙең йөҙҙәргә һыуһаным!
Исмаһам, осратһам берегеҙҙе,
Һатылмай торған туғаным!
Намыҫын һатмаған ирҙәрҙе
Һин күптән осраттыңмы, илһам?
Иңләмә һин тыуған ерҙәрҙе,
Азамат ул күптән һатылған.
Хыялын һатмаған ҡыҙҙарҙы
Эҙләнем, тик ҡулым һелтәнем.
Юҡ, баҙар йылғаһы ярҙарын
Выждандың күмгәнен беләмен.
Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ һатыла,
Ҙур дуҫлыҡ ҡиммәткә төшәсәк.
Мин күрҙем, туғанлыҡ аты ла
Һатылды – ҡаҙанда бешәсәк.
Шиғырға һәм йырға хаҡтарҙы
Кем ҡуйған? Моң нисек үлсәнә?
Рухиәт һатылыр саҡтарҙы
Һин күрмәнең, шатлан, эй, сәсән!
Урмандар һәм ҡырҙар һатыла.
Юҡ, түгел халыҡҡа –
Кеҫәгә, ҡалынға.
Ваҡ ерҙәр ни бер хәл,
Күҙебеҙ алдында
Ер шары бит һатып алынған.
Туғанлыҡ – танһыҡ.
Азатлыҡ – һаттыҡ.
Тигеҙлек – тинлек.
Заман заңымы?
Һатылмай торғандар, ҡырылып яттыҡ,
Был заман иҫкеме, яңымы?
Кем бөгөн һатмай, һатылмай икән,
Ашыҡһын юлыма сығырға.
Туғандар, шағир геройын эҙләй
Һатылмай торған шиғырға.
БыуынымБыуын сыҡҡан сығырынан –
Ултыртыусы ҡайҙалыр.
Быуыныбыҙ ныҡ бушаған –
Тултырыусы ҡайҙалыр.
Беҙҙең быуындарға һуғып,
Йомшартҡандар ҙа күптән.
Быуындары ҡороғандар –
Көтәбеҙ бәхет күктән.
Быуындарҙың нығыныуын
Замана көтөр микән?
Ваҡытында ҡатмаҫ борон
Быуыным бөтөр микән?
Диңгеҙ һәм ҡая
Диңгеҙ. Кеше. Ҡая.
Күренеш ябай.
Сеү. Ашыҡма. Ҡара.
Фәлсәфәһе бай.
Шаулай диңгеҙ, олой –
Ваҡыт даръяһы.
Торам. Табан аҫтымда
Хәтер ҡаяһы.
Нисә меңйыллыҡ,
Күпме яҙмышты
Йотҡан был диңгеҙ.
Илдәрҙе, телдәрҙе…
Ерҙәрҙе, серҙәрҙе…
Көскәйе тиңһеҙ.
Тик ғәжәп, алалмай ул
Хәтер ҡаяһын.
Тырыша, табалмай шул
Еңеү маяһын.
Баҫып торам. Ә алдымда
Үкерә диңгеҙ.
Тулҡындарын бәрә-бәрә:
«Эй һеҙ, еңегеҙ!»
Хәтер ҡаяһы еңгәндә,
Ҡурҡып тораммы?
Ваҡыт алдында баш эйеп,
Артҡа бораммы?!
Тырышыуың бушҡа, даръя!
Хәтер – мәңгелек!
Быны белгән ата-бабам
Мең йылдар элек.
Хәтер ҡаяһына улар
Мираҫ өҫтәгән.
«Ошо юлға тоғро булһын
Улдар», – теләгән.
Ваҡыт, ниндәй бөйөкһөң һин,
Һоҡланам һиңә.
Тик хәтергә хужа түгел,
Ул һине еңә.
Ваҡыт-диңгеҙ ярһып дулай...
Уйҙарҙы йырам…
Хәтер ҡаяһында шулай
Ныҡ баҫып торам.