Мәҙәниәт йылының штандарты Шаран районынан
Баҡалыға күсте.
Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт һарайы алдында районда йәшәгән төрлө милләттең фольклор коллективтары икмәк-тоҙ һәм йыр-бейеү менән ихлас ҡаршыланы. Улар хужаларҙың милли ризыҡтарын ауыҙ иткәндән һуң асыҡ һауала урынлашҡан музейҙы ҡараны, “Оҫталар ҡалаһы” тип аталған халыҡ ижады күргәҙмәһендә булды.
Тантанала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Шаран районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильвера Ғәзизова, Баҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илһам Ғималетдинов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәҙәни марафон сиктәрендә Троицк төбәк-ара фестиваленең гала-концерты үтте. Байрамға килгән халыҡ Шаран районының “Шишмә” сыуаш фольклор ансамбленең, саҡмағоштарҙың “Сударушка” урыҫ фольклор төркөмөнөң сығыштарын ҡарап кинәнде. Шулай уҡ ауыл китапханаларында үткән “Аулаҡ өй”, “Яҡташыбыҙ Нәжиб Асанбаев”, “Ярай әле һин эргәлә, Мостай” тигән кисәләр күңелдәргә хуш килде.
Кисә “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонын Бүздәк районы ҡабул итте.