Билдәле йырсы, Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Харис Шәриповтың ижады – сәнғәтебеҙҙә матур бер күренеш.
Күптән инде йыр һөйөүселәрҙең мөхәббәтен яулаған артист байтаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Уның йомшаҡ бәрхәт тауышы заманса лирик йырҙарҙы башҡарыуға ла, халҡыбыҙҙың боронғо оҙон көйҙәренә лә бик ҡулай.
Тик шуныһы үкенесле: бөгөнгә тиклем талантлы йырсыбыҙға маҡтаулы исем бирелмәгән!.. Ә бит Харис Шәрипов “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән мәртәбәле наградаға күптән лайыҡ. Был уға тағы ла дәртләнеп ижад итергә ҙур этәргес булыр ине.
Ринат Камал,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.