Уларҙы Сибайҙа ғына түгел, күрше Баймаҡ районында ла яҡшы беләләр. Төрлө тармаҡта уңышлы эшләгән, хатта республика кимәлендә танылған Һөйөндөковтар хаҡында һүҙем.
Өсәүләп йә иһә дүртәүләп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһап, йыш ҡына һәр төрлө фестивалдә, бәйгеләрҙә тәүге урындарға лайыҡ булған был дүрт ағай-эненең береһе лә һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе түгел.
Хәҙер һирәк ишетергә тура килгән мандолина ҡылдарын ифрат оҫта сирткән Ғайса, бәләкәй генә гармунда башҡорт көйҙәрен һоҡланғыс итеп башҡарған Хәлил ағайҙар – армияла 25-әр йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан хәрбиҙәр. Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары башындағы тәүге дәһшәтле стратегик ракета ғәскәрҙәре составында дежурға баҫҡандар исемлегендә капитан Ғайса Һөйөндөков та бар. Ә отставкалағы подполковник, хәрби табип Хәлил ағайҙы яҙыусы-прозаик тип тә беләбеҙ. Хикәйәләре һәм повестары матбуғат биттәрендә даими баҫылып тора. Автор төрлө йылдарҙа бер нисә гәзит һәм журналдың йыл лауреаты итеп билдәләнде.
Һирәк башҡарылған башҡорт халыҡ йырҙарын тамашасының үҙәгенә үтерлек итеп еткергән Юлай Төхфәт улы – юғары категориялы табип-судмедэксперт, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Сибай район-ара суд-медицина бүлеге мөдире.
Һөйөндөковтарҙың иң кесеһе Йәлил ағай хаҡында айырым телгә алыу дөрөҫ булыр. Бар донъяңды оноторлоҡ итеп баянда уйнаған был ир-азамат – танылған ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Әле Башҡортостан төбәк тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарған Йәлил Төхфәт улы һәр төрлө мәҙәни сарала ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡта “Уйна, гармун!” бәйгеһендә төп бүләкте яулағайны.
Үҙ-ара дуҫ бер туған дүрт ағай-эненең һәр ғаилә тантанаһы үҙе бер концерт программаһындай үтә. Мәжлестәрҙә төп иғтибар халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарына бирелә.
Мәҙәни мөхиттән йыраҡ торһа ла, бар булмышы менән йыр-моңға маһир, сәнғәтте яратҡан Һөйөндөковтарға һоҡланмау мөмкин түгел.