Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй заман?!
Ялҡа кеше хатта йыр-моңдан.
Хөкөм сығарырға тора бәғзе,
Йыр ағылһа әгәр йортоңдан.
Кемдәргәлер ҡурай тынғы бирмәй,
Бимазалай башҡорт бейеүе.
Улар өсөн бер енәйәт һымаҡ
Халҡыбыҙҙың моңдо һөйөүе.
Имеш, башҡорт йырлап ҡына йәшәй,
Уйын ғына, имеш, уйында.
Ҡурай тартып ятыуын ул белер,
Һуңғы атын хатта һуйһаң да.
Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.
Йәне моңдоң йөрәге туң булмай.
Ул йырҙарҙан күңел нурланды.
Дошмандарың, әйҙә, көнләшһендәр,
Йырла әле, башҡорт, “Урал”ды!
Гәзитебеҙҙең республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына килгән видеояҙмаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң күңелгә ошо шиғыр юлдары килде. Халҡыбыҙҙың йыр һөйөүенә һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Башҡорт баҫыу өҫтөндә эштә булһынмы, урман-тауҙарҙы гиҙһенме, ял итһенме – һәр ҡайҙа моңдо юлдаш итеп ала. “...Йырҙар менән еңелерәк юлдар үтеүе”, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән шул.
Конкурсҡа Башҡортостандың һәм күрше өлкәләрҙең төрлө төбәгенән байтаҡ видео- һәм аудиояҙма килде. Әйтәйек, “Иң оҫта йырсы” номинацияһында 20-нән ашыу һәүәҫкәр ҡатнаша. “Иң оҫта бейеүсе” номинацияһына ла күп кенә бейеүсе яҙмаһын ебәргән. Быларҙан тыш, “Иң яҡшы фольклор ансамбле”, “Иң шәп һәүәҫкәр композитор”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” номинацияһында ҡатнашыусылар ҙа етерлек.
Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төркөмөнә килгән сығыштарҙы ҡарап халҡыбыҙҙың ғәжәп таланттарға бай булыуына инанаһың. Хәйбулла районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Динар Мансуров, Өфөнән Зөһрә Фәруҡшина, Ишембай ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Айназ Рәхмәтуллин, Ҡырмыҫҡалынан Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Бөрйәндән Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, Ғафуриҙан Әлфиә Байбулдинаның моңло йырҙары күңелдәрҙе елкендерә. Ә инде Силәбе ҡалаһынан мәктәп уҡыусыһы Маргарита Йәғләмүнова, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эльвина Шәрипова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илнур Баязитов, Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Азамат Ғәҙелшиндар сәхнә иҙәненә түгел, ә йөрәктәргә баҫып бейей һымаҡ!
Музыка ҡоралында уйнаусыларыбыҙ ҙа бихисап. “Сыуалташ”, “Бужан” ансамблдәренең ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала, гармунда өҙҙөрөүе, Сибай балалар сәнғәт мәктәбенән 11 йәшлек Әнүәр Буранғоловтың башҡорт халыҡ көйҙәрен һыҙҙыртыуы күңел ҡылдарын сиртә.
Сер түгел: моң донъяһы композиторҙарға ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙә уларҙы әле бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үкенескә ҡаршы, атаҡлы композиторҙарыбыҙҙың береһе Салауат Низаметдинов та донъянан китеп барҙы. “Башҡортостан” гәзите иһә, “Иң шәп һәүәҫкәр композитор” номинацияһын булдырып, төпкөлдәрҙә “күмелеп” ятҡан таланттарыбыҙҙы ижад тигән мөғжизәле донъяға йәлеп итергә тырыша. Тәүге ҡарлуғасыбыҙҙың моңо күптәрҙе әсир итеп өлгөрҙө лә инде. Уның – Ишембай ҡалаһынан Нәсимә Әминеваның – яҙған йырҙарын Нурия Вәлиева, Хәлисә Мөхәмәҙиева, Регина Төхвәтуллина, Сәғит Мөхәмәҙиев, Розалия Әхмәтйәнова, Илнур Рәшитов ихлас башҡара. Нәсимә апай киләсәктә лә үҙенсәлекле моңдары менән халҡыбыҙҙы ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы тураһында ла һөйләү мөмкин түгел. Улар хаҡында белергә, йыр-моңон тыңларға, бейеүҙәрен күрергә теләүселәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төркөмөнә инеп ҡарай ала. Үҙегеҙгә оҡшаған видео- һәм аудиояҙмаға “оҡшай” (“лайк”) ҡуйырға онотмаһағыҙ ине, сөнки еңеүселәрҙе билдәләгәндә жюри ағзалары һеҙҙең тауышты мотлаҡ иҫәпкә аласаҡ.
Тағы шуны әйтергә кәрәк: “Башҡортостан” гәзите конкурстың тәүге турын бер нисә төбәктә үткәрергә йыйына. Үҙегеҙ ҙә беҙҙе саҡырып ала алаһығыҙ. Бының өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһына (тел: 272-05-43, 272-16-24) шылтыратығыҙ.
Хөрмәтле моң һөйөүселәр, әле конкурстың иң ҡыҙған сағы. Алда “финиш һыҙығы” ла күренә башланы. Йөрәгегеҙҙәге хазинаны бүлешергә ашығығыҙ! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә, бүлешкәндән йыр-моң арта ғына.