Донъя яҡтыртырлыҡ Йырҙарың13.08.2014
Ҙур бүләккә дәғүә итеүселәр
Араһында күреп, Нур, һине,
Түбәм күккә тейҙе,
Һин – лайыҡлы –
Ышанысым күптән ҙур ине.

З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов
рухлы –
Һин берҙән-бер әле хәҙергә.
Халыҡ исеменән
Күптән инде
Тейешлеһең ғәҙел ҡәҙергә.

Етди композитор тигән һүҙ
аҙ,
Һин бит инде ҡойоп
ҡуйғандай.
Йырың балҡып тора,
Бөтә донъя
Еңел-елпе йырҙан туйғанда.

Мулламы, кем
Ҡушты икән һиңә
Шундай тура килгән исемде.
Ошо исем менән
Тәрән моңда
Балҡытаһың уйың-хисеңде.
Бөтә ғиллә,
Мөғжизә лә йырҙа —
Һәр кем таба хисен үҙенең.
Барлыҡ мәғәнәһе була унда
Оҙаҡ уйланылған һүҙенең.

Миңә ғәжәп —
Тойоп һин меңдәрҙең
Хисен-уйын моңға һалыуың;
Уны тыңлап, унда үҙен табып
Бар кешенең таңға ҡалыуы.
Йырың тыңлап,
Донъям онотолоп,
Киткән саҡта күңел иҙерәп
Көтәм тағы яңы тулҡындарҙа
Яңғырауын уның тиҙерәк.

Нисек итеп
Бары һиңә генә
Асҡыс бирә моңдар Аллаһы?
Меңәр йылдар табылмаған
моңдо
Тик һин генә таба алаһың.

Тотаһың һин моңдо әллә
ҡайҙан.
Йүгәнләгән һымаҡ тайҙарҙы.
Ҡороҡ алып
Бар һәләтең һалып,
Иҫәпләмәй аҙна-айҙарҙы.
Бик күп шиғырҙарға ҡанат
ҡуйҙың,
Яңы һулыш биреп уларға.
Кешеләрҙең
Отҡандарын күреп
Шатлығыңдан әҙер туларға.

“Салауатстан” тигән йыр
яҙғайныҡ,
Ҡаратауҙың буйын ҡыҙырып.
Тауҙар үрә баҫып
Тыңлағайны
Йырлағанда Вәхит Хызыров.

Һинең йырҙар —
Тоғро юлдашыбыҙ,
Нығытыусы беҙҙең уйҙарҙы.
Йәндәр өрөп,
Балҡытыусы һәр саҡ
Оло байрамдарҙы, туйҙарҙы.

Һине рәхәтләнеп тыңлай
донъя,
Һине тигәнем ул – йырыңды.
Нисек кенә
Шымартырға һинең
Иртә ятҡан маңлай
һырыңды.

Сөнки үҙең
Шымартырға теләп
Заман йөрәгенең яраһын,
Йөрәгеңде меңгә
бүлгеләйһең
Йырҙа ғына күреп сараһын.
Шундай яҡты,
Шундай моңдар тыуып,
Булһын өсөн бары
йырларлыҡ;
Ә илайһың икән,
Гел түгелеп,
Тик шатлыҡтан ғына
иларлыҡ.
Тормош тотош
Байрам, туйҙан тормай,
Бөгөн йәшәү түгел еңелдән,
Ләкин кеше юлдан яҙмаҫ
һис тә,
Ысын йыр китмәһә күңелдән.

Һинең йырҙар
Заман һандалында
Заман заңы булып тыуалар.
Бер туҡтамай
Кеше күңеленән
Ваҡыт юшҡындарын
йыуалар.

Тормош һымаҡ тәрән һинең
моңдар.
Унда – ғәжәп тормош
ағышы.
Унда – мең йыллыҡтар
ауазы ла,
Унда –
Бөтмәҫ йыһан һағышы.

Кешелеклек,
Хистәр урғылышы
Шундай оҫта моңға һалына;
Йөҙ йыр араһынан,
Йәнгә ятҡас,
Һинең йырың отоп алына.
Донъя яҡтыртырлыҡ
Йырҙарың күп —
Яҡты йырҙар оҙаҡ яҙыла.
Оҙаҡ көтөлә шул баһаһы ла,
Оҙаҡ көтөлә шул наҙы ла.

Беҙ беләбеҙ —
Ҙур бүләкте хаҡлы
Оло ижадыңдың тартыуын.
Башҡорт йыр-моң
донъяһының тағы
Тиҙҙән күрге килә тағы сағыу
Салауатлы улы артыуын!


Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,
Салауат Юлаев ордены
кавалеры.



Вернуться назад