Төньяҡ амурҙары12.08.2014
Төньяҡ амурҙары
(Йыр)
Беҙ — Рәсәй яугирҙәре,
Беҙ —Урал башҡорттары.
Беҙ — “Төньяҡ амурҙары” (шул),
Уралда тамырҙарым.
Амур килеп сыға ла (шул),
Амур ата уғынан.
Хырансуздарҙың шөрләгәне,
Француздарҙың биҙрәгәне —
Бына бары шул ғына —
Осло башлы уҡ ҡына!
Амурҙар осоп йөрөй (шул),
Амур — ат ҡанатында.
Был — һөйөүҙән хәтәрерәк,
Яратыуҙан яманыраҡ —
Йөрәкте ҡанатыуҙар!

Ай, Аллам ғына һаҡлаһын,
Ай, Аллам үҙе һаҡлаһын
Йөрәкте ҡанатыуҙан!
Тағы йәшәп булыр микән,
Тағы һөйөп булыр микән,
Йөрәкте яматыуҙан?!
“Төньяҡ амурҙары” килә,
Һыбайлы башҡорттар елә —
Яралай бер атыуҙан!
(Үлтерә бер атыуҙан!)
Амурҙарға бер ни түгел,
Амурҙарға үлем теймәй —
Ул тыуған яратыуҙан!
Беҙ — “Төньяҡ амурҙары”,
Уралда тамырҙарым.
Бөҙ — башҡорт яугирҙәре, —
Рәсәй батырҙары!
Илебеҙҙе лә һаҡланыҡ,
Аурупаны ла яҡланыҡ,
Беҙ — “Төньяҡ амурҙары”,
Уралда тамырҙарым!..

Инҡилап*

Шәйехзада Бабичҡа

Ҡәһәрле замандарҙың ҡаһарманы, башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың һүрелмәҫ образы әле бик күп быуын шағирҙарын үҙенә тартыр, уның хаҡында тағы әллә күпме әҫәр тыуыр.

Урталыҡта һалғас яҙмышҡайың,
Ҡуш көбәктән заман атҡандай –
Үҙаллылыҡ өсөн ҡан төкөрһәң,
Бәлшәүиктәр атҡа таҡҡандар.

Дала буранында аҙашҡандай,
Аҡ булғанһың,
Ҡыҙыл булғанһың.
Әллә яҙмыш,
Әллә ялғыш микән:
Ҡыҙылдарҙан харап булғанһың.

Йә, хоҙайым!
Тарих тупрағына
Әҙ тамдымы һеҙҙең ҡайнар ҡан?!
Ҡыҙыл террорҙарҙа күпме баштар
Лагерь ҡаҙанында ҡайнаған!..

Бөгөн иһә ҡибла алмашынды,
Донъялары шундай буталды.
Ярай әле яна усағыбыҙ,
Тарихтарҙан рухи ут алып.

Диңгеҙҙәге Нух кәмәһе кеүек
Ел ыңғайы китеп барабыҙ.
Барған һайын томан ҡуйырғандай,
Өмөт – ярға алыҫ арабыҙ.

Юҡ өгөт тә, ишетелмәй оран,
Сәсәндәрҙе майҙан иш итмәй.
Сит-яттарға ни һан?!
Ҡай беребеҙ
Бабич тауышын да ишетмәй.

О, инҡилап!
Донъя ҡалды илап,
Үткәнеңдә илдән дауыллап.
Ирек дауылында Бабич тыуҙы,
Йырын отоп алды ауылдар!

Мулла улы!
Ергә тыуыуыңды
Пәйғәмбәрҙәр, ахры, һораны.
Бар халҡыңды, Бабич, уяттың да
Үҙең булдың ҡыҙыл ҡорбаны…

Башҡорт аҡһаҡалы ҡарғамаған,
Бары әйткән, эстән ҡан илап:
“донъя — ҡуласа,
Әйләндереп килтереп бер баҫа!
Түҙ, йөрәгем, атыр инҡилап!..”

Сәғит ауылына

Яҡташ һәм ырыуҙаш олатайым,
Мәмбәттең тас үҙе —
Сәғит бай,
Ниәт итте икән алдына алып,
Осона сығып ҡуймай сыҙатмай.

Тарайғанға түгел Мәмбәт ере,
Кәмегәнгә түгел байлығы,
Тауҙар ашып, Ҡалтайҙы үҙ иткән,
Тау шишмәһе тормаҫ һайығып!

Заманының бер илһөйәр улы —
Шәберәк булған беҙҙән, байыраҡ.
Бөгөн иһә беҙ йөҙәбеҙ икән
Сәйәсәттә күпкә һайыраҡ.

Олатайым, зинһар, ғәфү итсе,
Ишетһәң әгәр ауыр көрһөнөү,
Ерһеҙ, ғәмһеҙ, телһеҙ, үкһеҙ ҡалған
Тинтәк улдарыңдың береһен.

Һинән аҙаҡ үткән йөҙ йылда ла*
Ултырмайбыҙ Һаман аҡылға:
Аҫыл балаҫ кеүек еркәйебеҙ,
Аяҡ аҫтыбыҙҙан ысҡына!

Юлыҡ мәҙрәсәһен бөткән башҡорт!
Уйың менән алға елгәнһең,
Ерҙең алтындарҙан ҡиммәтерәк
Буласағын ҡайҙан белгәнһең!

Ата-бабам ере Алтын бишек —
Ғәзизһеңдә миңә, яҡынһың.
Мәмбәт ата рухы,
Сәғит байҙың
Һыҙған юлы торһон саҡырып!

Төркиәнең Тарсус шәһәренә алҡыш

Тарсус — шиғриәт Мәккәһе,
Ҡарасауғлан* мәҡәме,
Тарсус — йырҙар бишеге,
Рухиәттәр ишеге.

Тарсус, һинең аҡшамың —
Шиғриәттең аҡ шәме.
Ул шәм мәңге һүнмәһен,
Ул шәм — йәнемдең йәме!

Ҡарасауғлан өләңе —
Халыҡтың рух ҡиммәте.
Ҡарасауғлан сазында
Бар донъяның һиммәте,
Халыҡтарҙың диҡҡәте.

Өмөт ала аҡ шәмдән
Бар тарафтар мәктәбе.
Тарсус — шиғриәт Мәккәһе,
Ҡарасауғлан мәҡәме...
Тарсус — шиғриәт Мәккәһе!..

Ағыла моң

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илфаҡ Смаҡовтың яҡты иҫтәлегенә

Замандашым, башҡорт баритоны! —
Ҡандай замандарҙа йәшәнек!
Ут алышып, илһам-ҡот бүлешеп,
Шул ут менән йәшләй йәшнәнек.

Хәтерҙәрҙә баҙлай күп сәфәрҙәр -
Мәскәүҙәргә, Ҡазан, Саллыға...
Өфөләргә һыймай һинең моңоң
Иҙелдәрҙәй ташып ағыла.

Тыуған яҡтарыңды төйәк иткән
Үҙ ырыҫы менән тыуғандар —
Саҡмағош һәм Рапат, Ҡалмаштарҙа
Мөлдөрәмә моңға тулғандар.

Моңоң кеүек,
Мәңге кеүек ине
Һиңә тормош, сәхнә, дан, юлдар...
Эй ғүмерҙең генә фанилығы!.. –
Ҡала икән бары сал йырҙар...

Юҡһынғанда һине юлдарымда,
Ишетелһә таныш ҡыңғырау,
Өфө тауын әҙер сәхнә итеп,
Хисле моңоң алыҫ яңғырай.

Бурай-бурай ҡарҙар яуған һайын
Кисәм-кисәм йырлы юлдарың,
Урай-урай моңоң хәтерҙәрҙән
Һүтә-һүтә көмөш сыңдарын.

Еҙ ҡыңғырауҙарҙың ғәзиз зыңы
Йөрәгемә килеп тоташа —
Башҡортостанымдың бер ауазы
Һинең тауыш, һинең моң аша!..
Ҡәҙим Аралбай


Вернуться назад